+23 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
14 Октябрь 2021, 09:43

БАЛА НИМӘНӘН ҠУРҠА?

Төрлө йәштәге балалар төрлө нәмәнән ҡурҡа.

БАЛА НИМӘНӘН ҠУРҠА?
БАЛА НИМӘНӘН ҠУРҠА?

6 айға тиклемге сабыйҙарҙы көслө һәм киҫәк тауыш, эргәһендәге кешенең кинәт һәм йылдам хәрәкәт яһауы, үҙенең йығылып төшөүе ҡарҡыта.

7 айлыҡ сағында сабыйҙы айырым төр көслө тауыштар (мәҫәлән, туҙан һурҙырғыс, ванна душы шаулағаны), сит кешеләр, кейендереү, сисендереү, бейеклек ҡурҡыта.

1-2 йәшлек бала ата-әсәһенән айырылып тороуҙан, таныш түгел кешеләрҙән, йоҡлап китеүҙән һәм төш күреүҙән ҡурҡырға мөмкин.

3 йәшкәсә кескәйҙәр ата-әсәһенең, тиҫтерҙәренең кире ҡағыуынан, йәшәйештең ҡалыплашҡан тәртибе үҙгәреүҙән ҡурҡа. Белгестәр баланы баҡсаға йәш ярымға ҡәҙәр йәки 3 йәштән һуң бирергә кәңәш итә, сөнки 2 йәштән 3 йәшкәсә - ҡатмарлы осор. Был йәштә сабый машина, кран кеүек ҙур әйберҙәрҙән дә ҡурҡыусан була. 

3 йәштән 4 йәшкәсә балалар ҡараңғынан, яңғыҙлыҡтан, ҡыҫын урындарҙан ҡурҡа башлай. Ә ҡайһы бер ата-әсә, тап ошо осорҙа, бала инде үҫкән, айырым йоҡларға тейеш, тип, утты һүндереп, уны ҡараңғы бүлмәлә бер үҙен ҡалдыра. 

6-7 йәштә балаларҙа ваҡытты һәм урынды тойомлау хисе формалаша. Ғүмерҙең ҡасан да булһа туҡталаһын, кешенең тыуыуын һәм үлеүен, яҡындарының да кемдең дә булһа (олатаһының, өләсәһенең) үлеп китеү ихтималын аңлай башлай шунан ҡурҡа. 

7-8 йәштә балалар бигерәк тә ата-әсәһенең әрләүенән, үҙенең уларҙың талаптарына тап килмәүенән ҡурҡа. 

Ғаилә календарынан.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: