+18 °С
Ясно
VK
Тәрбиә дәрестәре
13 Октября 2021, 05:30

СӘЛӘМӘТЛЕК

ӨЛӘСӘЙ НИМӘ ТИНЕ? Әнүәр, кәнфит ҡабам тип, ауыҙын асҡан ине, электән һелкенеп торған теше төштө лә ҡуйҙы. - Әсәй-й-й! - тип илап ебәрҙе малай. Бүлмәнән өләсәһе килеп сыҡты. - Өләсәй-й-й! - тип һуҙҙы малай.

СӘЛӘМӘТЛЕКСӘЛӘМӘТЛЕК
СӘЛӘМӘТЛЕК
 
- Ни булды, бәпкәм?
- Тешем төштө-ө-ө!
- Ауыртамы?
- Юу-у-уҡ!
- Ә ни эшләп илайһың?
- Мин шулай тешһеҙ ҡалырмынмы икән, өләсәй?
- Балаларҙың теше яңынан үҫә ул, - тине өләсәһе. - Илама. Ә бына тешең төшмәһен, таҙа булһын тиһәң, уның сере бар.
- Ниндәй сер? Әйт тиҙерәк.
Өләсәһе Тимерхандың ҡолағына ниҙер шыбырланы.
Малай быға тиклем бер ҙә тотонмаған щетканы алды. Өҫтөнә ап-аҡ паста һалып, тешен таҙарта башланы. Уның тештәре таҙа һәм ныҡ булыр.
 
(Ф.ЛАТИПОВА)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас