+5 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
8 Октябрь 2021, 09:34

ҠУРҠЫУ ҠАЙҘАН БАРЛЫҠКА КИЛӘ?

Тәүге сәбәп – баланы ҡурҡыуға һалған аныҡ ваҡиға (эт тешләгән, лифтта бикләнеп ҡалған). Бындай төр ҡурҡыуҙарҙан арыныу ҙа еңелерәк...

ҠУРҠЫУ ҠАЙҘАН БАРЛЫҠКА КИЛӘ?
ҠУРҠЫУ ҠАЙҘАН БАРЛЫҠКА КИЛӘ?

Тәүге сәбәп – баланы ҡурҡыуға һалған аныҡ ваҡиға (эт тешләгән, лифтта бикләнеп ҡалған). Бындай төр ҡурҡыуҙарҙан арыныу ҙа еңелерәк.

Күп осраҡта өлкәндәр үҙҙәре баланы ҡурҡырға өйрәтә. Уйламай әйтелгән һүҙ баланың хәтерендә уйылып ҡала һәм ул аҙаҡтан был әйбер йә ваҡиғанан аңһыҙ рәүештә ҡурҡа башлай. Баланың ҡурҡыуы нигеҙендә ата-әсәләрҙең, тәрбиәселәрҙең бер туҡтауһыҙ тыйыуы ла ята ала. “Шәп атлама – ҡолап китерһең”, “Тотма – ҡулыңды яндырырһың”, “Һыйпама – тешләр” һ.б. Был осраҡта ололарҙың бала өсөн ҡурҡыуы балаға ла күсә һәм ул нимәнән ҡурҡырға кәрәклеген аңламаһа ла, хәүефте тоя, ҡурҡыу реакцияһы барлыҡҡа килә.

Ҡурҡыу балаларҙың уйлап сығарырға маһир булыуына ла бәйләнгән. Бәләкәс кешегә ҡараңғыла ниндәйҙер имәнес йәнлектәр, өйрәктәр йөрөй, өй мөйөшөнән килеп сығып, өҫкә нимәлер ташланыр кеүек тойола. Ҡурҡыныс йәнһүрәттәр һәм фильмдар ҡарау ҙа ошондай уҡ эҙемтәләргә килтерә. Бындай ҡурҡыуҙар ҙурайғас та онотолмауы ихтимал.

Атай менән әсәйҙең бер туҡтауһыҙ һүҙгә килешеүе лә баланы хәүефкә һала, ул бындай кисерештәрҙең сәбәбе булып ҡуйыуҙан ҡурҡа башлай. Тиҫтерҙәре менән аралашыу ҙа баланы ҡурҡыта ала. Сабыйығыҙ балалар баҡсаһына барыуҙан баш тарта икән, ундағы балалар коллективы уны үҙ итмәй икән, моғайын да, ул кәмһетелеүҙән ҡурҡалыр. Йәше буйынса ҙурыраҡ балаларҙың төрлө ваҡиғалар уйлап сығарып һөйләүе лә ҡурҡыу тойғоһон барлыҡҡа килтерә ала.

Иң һуңғы сәбәп – невроз, уны табиптар ғына дауалай ала.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: