+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
30 Сентябрь 2021, 12:19

"Ярай", "ярамай"...

Япондар, мәҫәлән, балаға “ярамай” төшөнсәһен һүҙ менән түгел, ә хәрәкәттәр менән төшөндөрә.

"Ярай", "ярамай"...
"Ярай", "ярамай"...

Балаға “ярай”, “ярамай” төшөнсәләрен бик иртә һәм урынлы аңлатырға кәрәк. Ололар “ярамай” һүҙен үтә күп ҡуллана, тик ни өсөн ярамағанылҡты аңлатмай. Һикермә, ырғыма, шаярма, барма, теймә, йүгермә... Һанап китһәң, бөткөһөҙ. Был төшөнсә баланы ҡыҫыҡҡа бикләй. Ә ҡыҫыҡ эсендә бала үҫешмәй. “Ярамай” төшөнсәһен биргәндә, нимә ярай икәнен дә төшөндөрөгөҙ. Мәҫәлән, тупты өйҙә уйнатырға ярамай, сөнки саң туҙа, берәй нәмәгә тейеп, ярылыуы бар һ.б., ә тышта ярай, йәки китаптың битен йыртырға ярамай, ә иҫке гәзит битен ярай. Гел тыйыуҙа ғына үҫкән балала кәмһенеү комплексы барлыҡҡа килә. Был осраҡта сабыйҙың үҫеше аҡрыная, һәм ул киләсәктәге төрлө ситуацияларҙан сығыу юлдарын үҙләштермәй үҫә.

Япондар, мәҫәлән, бик иртә балаға “ярамай” төшөнсәһен һүҙ менән түгел, ә хәрәкәттәр менән төшөндөрә. Иптәшен йә ҡусты-һеңлеһен этеп ҡолатҡан балаға беҙҙәге кеүек “ярамай” тип янау урынына зыян күргән сабыйҙан шул уҡ хәрәкәтте ҡабатлаттыралар, йәғни зыянды кире ҡайтарттыралар. Был сабый ауыртыуҙы йәне-тәне менән кисереп, үҙен икенсе кеше урынына ҡуйып ҡараһын өсөн эшләнелә. Сөнки сабыйҙың аңлау һәләте түбән. Уның өсөн һүҙ – абстракция, символ. Төшөнсәләрҙе ул аҙаҡ үҙләштерәсәк.

Рәхилә Аслаева.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: