+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
26 Сентябрь 2021, 21:10

Балалар Йомабай Иҫәнбаев ижады менән таныша!

Мәшһүр яҡташыбыҙ, данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек һәм өлкәндәр төркөмдәрендә Йомабай Иҫәнбаев иҫтәлегенә бағышланған тематик дәрестәр үтте.

Балалар Йомабай Иҫәнбаев ижады менән таныша!
Балалар Йомабай Иҫәнбаев ижады менән таныша!

Кескәйҙәр ҡурайсының тормошо һәм ижад юлы менән танышты. Ҡурай моңо аҫтында халҡыбыҙҙың “Ҡурай” әкиәтен тыңлап, “Ҡурай” уйынын уйнап күңел астылар. Кескәйҙәр бигерәк тә арҙаҡлы шәхесебеҙҙең бала сағы менән ҡыҙыҡһынды, күңелдәрендә ғорурлыҡ тойғоһо уянды.

Өҫтәлмә белем биреү педагогы, Йәмилә Хәйбуллина

Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас: