+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
24 Сентябрь 2021, 08:36

Намыҫлы бул!

* * *  Намыҫлы тип беҙ хәйлә, ҡурҡаҡлыҡ һәм ялған менән үҙен бысратмаған кешене әйтәбеҙ. Намыҫлы кеше - ул тура һүҙле, ҡыйыу, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә, яҡындарын, таныш белештәрен һәм хатта таныш түгел кешеләрҙе лә хөрмәт итә,  ярата торған кеше.

Намыҫлы бул!
Намыҫлы бул!

 

Әҙәпле һәм намыҫлы кеше һуңынан оят булырҙай, ата-әсәләренә, дуҫтарына һиҙҙерергә ярамаған эштәр эшләмәҫкә тырыша. Сөнки уларҙан йәшереп эшләнгән эш  - ике йөҙлөлөк, хәйләкәрлек.
Әҙәпле, намыҫлы кеше, дуҫтарының уңышын күреп, үҙе лә шатлана белә. Бер ҡасан да көнләшмәй. Әҙәпле һәм намыҫлы кеше ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәренең хеҙмәтенең ҡәҙерен белә, ихтирам итә. Үҙе лә эш һөйә.
Намҫлы кешегә һәр саҡ таянырға була. Шуға күрә ундай кешене хөрмәт итәләр, уға ышаналар.
 
(Календарҙан)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: