+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
24 Сентябрь 2021, 11:17

Баланы уҡырға өйрәтеү буйынса 10 кәңәш

Бала менән хәрефтәрҙе өйрәнмәгеҙ. Тәүҙә - тик өндәр. Йәғни “эм” түгел, ә “м”...

Баланы уҡырға өйрәтеү буйынса 10 кәңәш
Баланы уҡырға өйрәтеү буйынса 10 кәңәш

1. Бала менән хәрефтәрҙе өйрәнмәгеҙ. Тәүҙә - тик өндәр. Йәғни “эм” түгел, ә “м”.

2. Баланың хәрефтәр менән ҡыҙыҡһына башлағанын күрһәгеҙ, уларҙы һүҙ эсендә күрһәтегеҙ. Хәрефтең айырым ғына килмәгәнен, башҡа хәрефтәр менән бергә урынлашҡанын күрһен, аңлаһын.

3. Баланың 4-5 йәшкә тиклем уҡырға теләге бар икәнен күрһәгеҙ, һәм үҙегеҙҙең дә уҡырға өйрәткегеҙ килһә, оҙаҡ шөғөлләнмәгеҙ, бер урында ултыртырға тырышмағыҙ. Дәрес 5 минуттан артмаһын.

4. Ижекләп уҡырға өйрәтеүҙән башлаһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Зайцев кубиктарын ҡулланырға мөмкин. Ижектәрҙе иҫендә ҡалдырһа, уларҙы һүҙгә ҡушыуы рәхәтерәк була.

5. Шулай ҙа, әгәр балағыҙ тәүҙә хәрефтәрҙе өйрәнһә, ижекләп уҡыуға күсерергә тырышырға кәрәк. Уға, әлбиттә, “с-ә”нең “сә” була икәнен аңлауы ҡыйынға тура киләсәк. Уйын формаһын ҡулланырға була. Мәҫәлән, Ике хәреф һауала “етәкләшеп” тора. Бала береһенән икенсеһенән өндәрҙе өҙмәйенсә генә күсергә тейеш. Әгәр хәрефтәрҙе уҡығанда туҡталып ҡалһа – береһе төшөп китә. Шулай бала хәрефтәрҙе бәйләп әйтергә өйрәнер.

6. Ижектәрҙе бер юлы күп итеп бирмәгеҙ. 2-6 ижек етә. Шуларҙы ныҡлап өйрәнмәйенсә, яңыларына күсергә кәңәш ителмәй. Әгәр бала иң тәүҙә хәрефтәрҙе өйрәнгән булһа, тәүҙә һуҙынҡыларҙан башлағыҙ. Мәҫәлән А, У, О өндәренән ижектәр төҙөгөҙ, уларҙы йырлап әйтергә мөмкин. Аҙаҡ ҡына тартынҡылар ҡушыла.

7. Ижекләп уҡыуҙы аңлап, һүҙҙәрҙе әйтә башлаһа, аңлау-аңламауына тикшереп ҡарағыҙ. Мәҫәлән: АЛ-МА, алма килеп сыҡты. Уның уңышын күреп, күп әсәйҙәр тотош һөйләмде уҡыуын талап итә башлай. Әммә баланың был мәлдә әле бер нәмә лә аңламайынса, өйрәнелгән тәртип буйынса уҡығанын оноторға ярамай. Ул аңлап уҡый башлаһын өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителә.

8. Бер башлағас, даими шөғөлләнергә тырышығыҙ. Әммә дәрестәр 10-15 минуттан артмаһын. Юҡһа, уҡырға булған теләген һүрелдереп ҡуйыуығыҙ бар.

9. Баланы маҡтап торорға онотмағыҙ. Ул үҙенең дөрөҫ эшләүен белеп торорға тейеш. Ул ваҡытта һөҙөмтә лә буласаҡ, бала ла тырышасаҡ. Һеҙ ҙә бит эшегеҙҙең һөҙөмтәһен күреүҙәрен, йылы һүҙ әйтеүҙәрен теләйһегеҙ. Маҡтау менән баланы иркәләтәм, шаштырам тип ҡурҡмағыҙ.

10. Иң мөһим кәңәш. Әгәр балағыҙ аңламаһа, бирелгән күнегеүҙе үтәй алмаһа, һәм был һеҙҙе сығырығыҙҙан сығарһа, шөғәлләнеүҙе әлегә туҡтатып тороғоҙ. Тимәк, әлегә ваҡыты етмәгән, бала әҙер түгел. Әммә бер үк баланы әрләмәгеҙ, белемһеҙлектә ғәйепләмәгеҙ. Ышанығыҙ: килер бер көн, балағыҙ шытырлатып уҡып ултырыр.


Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: