+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
16 Сентябрь 2021, 13:27

Балаға исем ҡушыу йолаһы

ИСЕМ ҠУШЫУ – иң мөһим йола. Бына был, ысынлап та, фарыз, тип әйтергә була. Һәр бала үҙенә матур, мәғәнәле исем ҡуштырттырыуға хаҡлы. Исеме кешене ғүмеребуйына оҙатып йөрөй, һәм үлгәндән һуң да уны киләһе донъяла шул исеме менән саҡырасаҡтар.

Балаға исем ҡушыу йолаһы
Балаға исем ҡушыу йолаһы


Исемде бала тыумаҫ борон уҡ һайлап ҡуйырға (малай тыуһа – шулай, ҡыҙ тыуһа – шулай, тип) һәм бала тыуғас та уҡ ҡушырға мөмкин (Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙенең малайына ул тыуған төндө үк Ибраһим тип ҡушҡан – Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Әммә иң киң таралған йола – балаға исемде етенсе көнөндә ҡушыу, быға шулай уҡ бер нисә сахих хәҙис дәлил. Исем ҡушыу өсөн бер ниндәй ҙә махсус ритуал башҡарыу талап ителмәй. Минең малайымдың, йә ҡыҙымдың, исеме – шулай, тиһең дә, артабан уға шул исеме берегә лә китә. Исемде ҡолағына шыбырлап әйтеү кеүек йоланың Сөннәттә нигеҙе юҡ. Әгәр атай менән әсәй кеше уртаҡ исемгә килә алмаһа, атай кешенең фекере өҫкә сыға. Шулай уҡ, исем һайлауҙа бүтән туғандар, дуҫтар-таныштар ҙа, әлбиттә, ҡатнаша ала. Исем һайлағанда динле кешеләрҙең тәҡдимдәренә нығыраҡ ҡолаҡ һалырға кәңәш итәбеҙ. Ғөмүмән, был бик ҙур һәм мөһим тема, уның өсөн айырым мәҡәлә яҙыр кәрәк. Шулай ҙа дөйөм кәңәштәр түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:
– исем матур булһын (мәғәнәһе яғынан да,
яңғырашы яғынан да),
– исем Аллаһҡа ғына хас исемдәрҙән булмаһын (мәҫәлән, Аллаһ, әр-Раззаҡ, әл-Халиҡ, әл-Әхәд, әс-Самәд һәм башҡалар),
– дин буйынса, иң яҡшы исемдәр – Аллаһтың ҡоло булыуҙы аңлатҡан исемдәр (мәҫәлән, Ғәбдүллаһ, Ғәбдүррахмән, Ғәбдүрраззаҡ, Ғәбдүссәләм, йә уларҙың башҡортса варианттары – Рахманғол, Ҡәҙерғол, Миңлеғол, Ҡолғәли һәм башҡалар), пәйғәмбәрҙәр исемдәре (мәҫәлән, Мөхәммәт, Ибраһим, Муса, Ғайса, Ильяс, Салих, Йософ...),
– исем ширкҡа һәм көфөрлөккә саҡырыусы булмаһын – был харам, – исем мосолман исеме булһын, ә кафырҙарҙан күсеп килгән түгел.

Айгиз хәҙрәт САФИН.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: