+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
14 Сентябрь 2021, 17:40

Светофор.

* * *  Өфө урамдары киң, матур. Урамдарҙа автобустар, тролейбустар, трамвайҙар төрлө яҡтарға йөрөйҙәр. Бында йәйәү йөрөү өсөн тротуарҙар һалынған. Машиналар күп һәм төрлө яҡтарға йөрөгән урындарҙа ер аҫты юлдары эшләнгән.

Светофор.
Светофор.
 
Кешеләр һәм машиналар хәрәкәте урамдарға ҡуйылған светофорҙарға буйһона. Светофорҙа ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәр бер-береһен алмаштырып торалар. Һары төҫ иғтибарлы булырға саҡыра. Йәшел төҫ янғанда, урамды аша үтергә мөмкин. Ә ҡыҙыл төҫ үтергә ярамай икәнде  күрһәтә. Был бөтә ҡалаларҙа ла шулай. Ҡалала йөрөгәндә светофорға буйһонорға кәрәк.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: