+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
14 Сентябрь 2021, 17:16

Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!

* * *  Баҡсаларҙағы ағастарҙың олонон, япраҡтарын һәм тамырҙарын төрлө бөжәктәр ашай. Ағастар ауырыйҙар һәм ҡоройҙар. Ҡоштар зарарлы бөжәктәрҙе, уларҙың ҡарышлауыҡтарын сүпләйҙәр. Ҡоротҡостарҙан таҙартылған ағастар ҡоромай.

Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!
Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!
Ҡоштар ағастарҙы һаҡлап алып ҡалалар. Тик бер пар ҡарабаш турғай ғына ҡурҡыныслы ҡоротҡостарҙан 40 - лап емеш ағасын һаҡлай ала. Шуға күрә ҡоштарҙы һаҡлағыҙ! Ҡош ояларын туҙҙырмағыҙ! Баҡсаларҙа уларға оялар яһағыҙ, тағараҡтар элегеҙ! Ҡоштарҙы ашатығыҙ! Бигерәк тә ҡыш көнө ҡоштар, ем таба алмай, аслыҡтан ыҙаланалар. Һеҙ ҡоштарға ярҙам итегеҙ.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: