+24 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
13 Сентябрь 2021, 10:26

Китап уҡыу тураһында 10 факт

Китап уҡымаған әҙәм - сәскә атмаған үлән (Ғайса Хөсәйенов). 

Китап уҡыу тураһында 10 факт
Китап уҡыу тураһында 10 факт
  1. Яҡшы яҙған авторҙарҙы уҡып, яҡшы һөйләшергә күнегәбеҙ.
  2. Мәҙәниәт – ул уҡылған китаптарҙың һанына ҡарап түгел, ә уларҙы аңлауға ҡарап билдәләнә.
  3. Китап уҡыған кешеләр телевизор ҡарағандар менән һәр ваҡыт идара итәсәк.
  4. Китап һәр ваҡыт фильмдан яҡшыраҡ булып ҡаласаҡ, сөнки китап уҡығанда хыялдарға, күҙ алдына килтереүгә сикләү юҡ.
  5. Күберәк уҡыған һайын башҡалар фекеренә әҙерәк эйәрәһең.
  6. Кешеләр ике төргә бүленә: уҡығандарға һәм уҡыған кешеләрҙе тыңлағандарға.
  7. Тиндәрҙән һумдар йыйылған кеүек, уҡыған һайын белем туплана.
  8. Уҡыу – мейе өсөн күнекмә.
  9. Аҡыллы булыр өсөн 10 китап уҡыу ҙа етә, әммә шул 10 китапты табыр өсөн меңәрләгәнде уҡып сығыр кәрәк.
  10. Китап - ышаныслы дуҫ. Улар ғәҙәттә өнһөҙ, әммә кәрәк мәлдә һеҙҙең алда тотош донъяны асып һала.
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: