+24 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
1 Сентябрь 2021, 22:12

Миләүшә Ғәйфуллина.

 Уҡытыусы балаһы булыуҙың бик яуаплы "миссия" икәнен мин бәләкәй сағымдан уҡ яҡшы аңлай инем. Һинең йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым.Әлегеләй хәтеремдә: мине алдыңа ултыртып, арҡамдан тупылдатып һөйөп:- Ҡыҙым, үҙемдең балам насар билдәләр алып, тәртипһеҙ булһа, мин ниндәй йөҙ менән уҡыусыларымдан яҡшы булыуҙарын талап итәйем. Һин  бөтәһенә лә үрнәк булырға тейешһең, сөнки һин - уҡытыусы ҡыҙы, минең ҡыҙым, - тинең.Был "дәресең" минең күңелемә мәңгелеккә һеңеп ҡалды.

Миләүшә  Ғәйфуллина.
Миләүшә Ғәйфуллина.

УҠЫТЫУСЫ БАЛАҺЫ


Ни өсөндөр мин үҙемде һаман да уҡыусы итеп тоям. Әсәй, һин мине атайым менән бергә беренсе тапҡыр 1 синыфҡа мәктәпкә алып барғайнығыҙ. Миңә генә түгел, беҙҙең ауылдың бик күп уҡыусыларына һинең уҡыусың булыу бәхете тейҙе.. Улар бының менән ҡалай ғорурлана ине. Ә мин икеләтә, өсләтә ғорурландым, сөнки һин минең уҡытыусым ғына түгел, ә ғәзиз әсәйем дә.
Уҡытыусы балаһы булыуҙың бик яуаплы "миссия" икәнен мин бәләкәй сағымдан уҡ яҡшы аңлай инем. Һинең йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым.Әлегеләй хәтеремдә: мине алдыңа ултыртып, арҡамдан тупылдатып һөйөп:
- Ҡыҙым, үҙемдең балам насар билдәләр алып, тәртипһеҙ булһа, мин ниндәй йөҙ менән уҡыусыларымдан яҡшы булыуҙарын талап итәйем. Һин  бөтәһенә лә үрнәк булырға тейешһең, сөнки һин - уҡытыусы ҡыҙы, минең ҡыҙым, - тинең.
Был "дәресең" минең күңелемә мәңгелеккә һеңеп ҡалды. Бөгөн үҙем дә уҡытыусы булараҡ, һинең һүҙҙәреңде үҙ балаларыма ҡабатлайым. Ә улар тәртиптәре, яҡшы уҡыуҙары менән мине ҡыуандырып йәшәтә.
Уҡыусыларымды мин дә үҙ балаларымды яратҡан кеүек яратам. Хатта ҡайһы саҡта нығыраҡ та кеүек, сөнки уларға иғтибар күберәк бүленә. Ә кис эштән арып ҡайтҡас, үҙемдекеләргә хәл ҡалмай, ваҡыт та етмәй. Иң мөһиме: ғаиләм мине аңлай һәм ярҙам итә.
Эшемдә, әсәй, һинән күргән эш тәжрибәләренә, ысулдарға таянам, һинең менән кәңәшләшәм һәм методикаңдың бөгөн дә актуаль булыуына инанам. Һин әйтмешләй, уҡыусыларҙың ихтирамын яулау өсөн белемле, кешелекле, кеселекле булырға кәрәк.
Мәктәп эше, йәмғиәт эше, йорт эше, ишле ғаилә... Уйлап ҡараһаң, башҡа һыймаҫтай хәл! Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тиһәләр ҙә, һинең, әсәй, ҡурҡып торорға ваҡытың да булмағандыр, сөнки бөтәһенә лә өлгөрөргә, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Ҡырҡ йыл тынғыһыҙ уҡытыу эше...
Ғүмер үтеп, Һеҙ атайым менән тигеҙ олоғайып, беҙ өлкәнәйгән һайын һеҙгә булған һөйөү, ихтирам тағы ла арта, ғәзиз , йылы нигеҙебеҙ нығыраҡ һағындыра. Әүәлге бәхетле, бер ҡайғыһыҙ, ел-ямғырһыҙ бала саҡҡа ҡайтҡы килә.
Әсәй, һиңә мәктәп эше менән районға, конференцияларға, кәңәшмәләргә, курстарға китергә тура килгән саҡтарҙа, беҙҙең атайыбыҙ менән бергә донъя көтөүебеҙ һағындыра. Һинең эштән ҡайтыуыңа концерт номерҙары әҙерләп, теҙелеп ҡаршы алыуҙарыбыҙ, һинең менән һирәк-мирәк сабыйҙарса онотолоп уйнауҙар... Саҡ ҡына эштән бушаған араңда, биш ҡыҙыңа ҡурсаҡтыҡы кеүек матур күлдәктәр тегеп кейҙереп, таҡмаҡ әйтеп бейетеп ҡыуаныуың, тәмлекәстәр бешереп һыйлауҙарың һағындыра. Биш ҡыҙың араһында мин иң шуғы, иң шаяны инем. Ҡайһы саҡ кәйефеңде лә ҡырғанмандыр, ғәфү ит !
Урамда көҙ. Мин яратҡан тылсымлы, алтын көҙ. Уттай янып, бар тәбиғәткә йәм биреп ултырған балан тәлгәштәре, көҙгө саф һауа, мәктәптәге тәүге ҡыңғырау, балаларҙың шат тауыштары донъяның матурлығы һәм фанилығы тураһында һөйләй. Киң донъяға оло юл башы мәктәп һуҡмағынан, мәктәп тупһаһынан, изге күңелле беренсе уҡытыусынан башлана. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙе "уҡытыусы балаһы" итеп тойоп, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышайыҡ. Сөнки, Һеҙ уҡытыусығыҙға һәр саҡ үҙ балаһындай яҡынһығыҙ, ҡәҙерлеһегеҙ. Ул үҙен һеҙҙең өсөн һәр саҡ яуаплы тоя.

(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА)                                     

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: