+13 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
29 Август 2021, 10:00

Улдар (В. Осеева)

Ысын ул ниндәй булырға тейеш?

Улдар (В. Осеева)
Улдар (В. Осеева)

Ике ҡатын һыу алып торған. Улар эргәһенә өсөнсө ҡатын килеп баҫҡан. Үтеп барған бер бабай улар эргәһендәге ташҡа ял итергә ултырған.

Бер ҡатын икенсеһенә:

– Минең улым шул тиклем көслө, уны бер кем дә еңә алмай, – ти икән.

– Ә минең улым һандуғас кеүек йырлай. Бер кемдә лә ундай тауыш юҡ, – ти икән икенсе ҡатын.

Ә өсөнсөһө өндәшмәй тора, ти.

– Ни эшләп улың тураһында бер ни ҙә әйтмәйһең? – тип һорайҙар, ти, теге ҡатындар.

– Ни тип әйтәһең инде? – ти икән өсөнсө ҡатын. – Минең улым ябай бер малай инде.

Күнәктәрен тултырып һыу алғандар ҙа ҡатындар ҡайтып киткән. Ә бабай арттарынан бара икән. Бара торғас, ял итергә туҡтаған ҡатындар. Ҡулдары һыҙлай, арҡалары ауырта икән.

Шул саҡ өс малай йүгереп килеп сыҡҡан.

Бер малай тәкмәс ата, тәгәрмәс кеүек йөрөй, ти. Ҡатындар малайға һоҡланып ҡараған.

Икенсе малай һандуғас кеүек моңло тауыш менән йырлап ебәргән. Ҡатындар иҫтәре китеп тыңлаған.

Ә өсөнсө малай әсәһенә йүгереп килгән дә уның ауыр күнәктәрен алып киткән, ти.

Ҡатындар бабайға ҡарап:

– Күрҙегеҙме беҙҙең улдарҙы, ә? – тип маҡтанғандар.

– Ә ҡайҙа һуң улар? – ти икән бабай. – Мин бер генә улды күрәм!

(В. Осеева)

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: