+8 °С
Болотло
Йоҡла, йоҡла һин, балам,
Һине бишеккә һалам.
Татлы йоҡоға киткәнсе,
Үҙем яныңда булам.
Сеү-сеү инде, йоҡласы,
Мине эшһеҙ тотмасы.
Өйөм тулы мәшәҡәт,
Эшемде ҡалдырмасы.
Тағы ошолай тип тә була:
Бәү-бәү, бауырым,
Йоҡла, балам, күҙ нурым.
Кисен йоҡоң ҡала ла
Илап үтә көндөҙөң.
(Розалиә СОЛТАНГӘРӘЕВА.)