+20 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
20 Август 2021, 13:57

Тиҫкәрелекте нисек еңергә?

Бәләкәй баланың тиҫкәрелеген еңеү ауыр булһа ла, мөмкинлек бар әле. Ә бына үҫмерҙең үҙһүҙлелеге, ғәҙәттә, ғүмерлеккә тороп ҡала...

Тиҫкәрелекте нисек еңергә?
Тиҫкәрелекте нисек еңергә?

Ата-әсәләр йыш ҡына балаһының тиҫкәрелегенә зарлана. Нисек тәрбиәләргә, холҡон нисек үҙгәртергә, тигән һорау тыуа. Балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән ата-әсә (күп эшләйҙәр, ваҡыттары юҡ) ябай ғына ысул эҙләй. Ә балаһының тәртибенә, эске донъяһына битараф булмағандары барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙалана.

Халыҡ әйткәнсә: “Ү ҙһүҙлелек һуҡырлыҡ менән бер”. Нимәлә күренә һуң баланың тиҫкәрелеге? Улар тыңлашмай, буйһонмай. Ҡылығының сәбәбен һораһаң, өндәшмәй, аңлата алмай. Дөрөҫ кәңәш бирәһең, ә ул үҙенсә эшләй.

Үҙһүҙлелек ҡапыл ғына барлыҡҡа килмәй, яйлап формалаша. Һәм ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында. Шуға күрә тәүҙә сәбәптәрен асыҡларға кәрәк.  Бала үҙ аллылыҡҡа өйрәнергә тырыша. Ә ата-әсә ни эшләй? Бөтәһен дә үҙҙәре эшләгеһе килә: улай тиҙерәк тә, яҡшыраҡ та килеп сыға бит. Күпмелер ваҡыттан бала бөтәһен дә үҙе эшләй алыуын күрһәтә башлай. Нисек дөрөҫ тип уйлай, шулай. Һеҙҙеңсә лә, башҡаларҙыҡы кеүек тә түгел. Шуға күрә үҙ һүҙле кешенең ҡылыҡтары нисектер мәғәнәһеҙ, урынһыҙ күренергә мөмкин. Бала үҙ аллы булыуын күрһәтә алмаған осраҡта, үҙ-үҙен раҫлау өсөн ошондай яһалма алым ҡуллана башлай ҙа инде. Шулай итеп, тиҫкәрелек – баланың үҙ-үҙен һаҡлау реакцияһы.

Тиҫкәрелектең бер нисә төрө билдәле:

  1. Үтә ҡаты һәм талапсан тәрбиә. Бындай осраҡта ата-әсә үҙенә тәнҡит менән ҡараһын ине. Балағыҙҙың үҙ аллы була алыуына ышанығыҙ, уның ҡыҙыҡһыныуҙарына, мауығыуҙарына иғтибарлыраҡ булығыҙ.
  2. Үтә ныҡ иркәләүҙән барлыҡҡа килгән тиҫкәрелек. Һеҙгә, киреһенсә, балағыҙға ҡарата талаптарҙы арттырырға кәрәк. Бөтә теләктәрен дә үтәп тороу ярамай. Тәрбиә алымын ҡапыл түгел, яйлап үҙгәртегеҙ.
  3. Ҡарауһыҙ бала тиҫкәрелеге. Балағыҙға иғтибарҙы күберәк бүлегеҙ. Был осраҡта башҡа ғаилә ағзаларының да бер-береһенә мөнәсәбәтен үҙгәртеү мөһим.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бәләкәй баланың тиҫкәрелеген еңеү ауыр булһа ла, мөмкинлек бар әле. Ә бына үҫмерҙең үҙһүҙлелеге, ғәҙәттә, ғүмерлеккә тороп ҡала. Шуға ла, аҙаҡ үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумаһын өсөн, был етешһеҙлекте бөтөрөргә кәрәк. Ни тиклем ныҡышыраҡ булһағыҙ, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Интернеттан алынды. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: