+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
13 Август 2021, 16:45

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

Рәхмәтле булайыҡ! Нияз менән Ғайсар урамда туп уйнап йөрөйҙәр ине. Ҡапыл етеҙ туп кесерткән араһына тәгәрәп инде лә китте. Ғайсар аптырап торған арала, Нияз ҡайҙандыр оҙон таяҡ табып, шуның менән тупты тартып та сығарҙы. Ҡыуанышып, ике дуҫ тағы ла уйындарын дауам итте. Өйгә ингәс, Ғайсар ошо хәлде өләсәһенә һөйләп бирҙе...

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ
ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

— Ә һин Ниязға рәхмәт әйттеңме һуң? — тип һораны өләсәһе.

— Юҡ...

—Ә нишләп әйтмәнең?

— Әлләсе...

— Бәй?.. Шулай яраймы ни? Беҙгә изгелек эшләйҙәр икән, мотлаҡ рәхмәтле була белергә тейешбеҙ бит. “Рәхмәт” бик матур, яғымлы һүҙ ул, балам. Ҙур көскә эйә үҙе. Туған телебеҙ бик бай, наҙлы һәм яғымлы, һәр бер һүҙе аҫыл ташҡа бәрәбәр,— тине өләсәһе.

— Аңланым, өләсәй. Бынан һуң мин рәхмәт әйтергә онотмаҫмын инде. Әсәйемә тәмле аштары, бәлештәре, һиңә йылы ойоҡбаштар өсөн... — тип теҙеп алып китте малай.

Миңлегөл ТАЙСИНА.

Автор:Минигуль Тайсина
Читайте нас: