+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
12 Август 2021, 14:15

"ҺАНДУҒАС СЕРЕ" ҠОТЛО БУЛҺЫН!

Ошо көндәрҙә шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың "Һандуғас сере" исемле балалар өсөн шиғри йыйынтығы донъя күрҙе.  Ябай ғына, тапҡыр ғына итеп, бай, һутлы теле менән шағирә балаларҙы иманлы, тәүфиҡлы, тәрбиәле булырға саҡыра.

"ҺАНДУҒАС СЕРЕ" ҠОТЛО БУЛҺЫН!
"ҺАНДУҒАС СЕРЕ" ҠОТЛО БУЛҺЫН!

Тыуған ерҙе, тыуған илде ҡәҙерләргә, донъяның матурлығын күрә белергә өйрәтә шағирәнең әҫәрҙәре. "Һандуғас сере"ндәге һәр шиғыр яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәй. 

Рәшиҙә Шәмсетдинованың был китабы һәр баланың күңеленә юл табыр, тигән ышаныстабыҙ. 

"Аҡбуҙат"тың тоғро дуҫы -  яратҡан шағирәбеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ижад ҡыуаныстары һәм бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ! 

Автор:Минигуль Тайсина
Читайте нас: