Кеше етди нәмә тураһында һөйләгәндә йәки ҡайғыһын уртаҡлашҡан саҡта, хәбәрҙе икенсе яҡҡа бороп, иғтибарһыҙлыҡ күрһәтеп йәки үҙ хәбәреңде һөйләп тороу - тәрбиәһеҙлектең билдәһе. Кешенең һорауына ла асыҡ, тулы яуап ҡайтарырға кәрәк.
Тел - ҡылыс: тейешһеҙ ерҙә тый; тейешле ерҙә ҡый! - ти халыҡ мәҡәле.
(Тормош һабаҡтары. Дәреслек. 2005 йыл.)