+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
6 Август 2021, 08:57

Әсә хаҡы

Атай кеше – ғаиләлә баш кеше. Ҡатынының һәм барлыҡ балаларының хәл-торошо өсөн Аллаһ ҡаршыһында ул яуап бирә. Ғаиләлә ир менән ҡатын араһында ҡапма-ҡаршылыҡ килеп сыға күрһә лә, ата һүҙе өҫкә сыға.

Әсә хаҡы
Әсә хаҡы

Ләкин шул уҡ ваҡытта, Ислам шәриғәте буйынса, бала өсөн әсә хаҡы ата хаҡына ҡарағанда ҙурыраҡ. Йәғни, әсәй кешегә ҡарата эшләнгән изгелек Аллаһ үлсәүҙәрендә ауырыраҡ тарта. Шулай уҡ, кемгәлер аламалыҡ эшләү менән үҙ әсәңә ҡарата аламалыҡ эшләү ҙә (Аллаһ һаҡлаһын) – Аллаһ ҡаршыһында бер үк нәмә түгел.

Аллаһ рәсүленә (саллаллаһу ғәләйһи үәсәлләм) бер кеше килеп, былай тип һорай:

– Йә Рәсүлүллаһ! Кешеләр араһынан кемиң нығы минең яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?

– Әсәйең, – ти уға Рәсүлүллаһ.

– Унан һуң кем?

– Тағы ла әсәйең.

– Унан һуң кем?

– Тағы ла әсәйең.

– Унан һуң кем?

– Унан һуң – атайың (Бохари һәм Мөслимхәҙис йыйынтыҡтарынан).

Ни өсөн әсәй кешенең хаҡы ҙурыраҡ? Беренсенән, Аллаһы Тәғәлә Үҙе быға яуапбиргән: «Һәм Беҙ кешегә ата-әсәһенә ҡарата изгелек күрһәтергә ҡуштыҡ. Уны әсәһе хәлһеҙлек өҫтөнә хәлһеҙлек менән йөкләп йөрөй, һәм уны (баланы) имсәктән айырыу ваҡыты – ике йыл. Миңә һәм ата-әсәңә шөкөр ит, ҡайтыуың – Миңә!» (Ҡөрьән, «Лоҡман» сүрәһе,31:14). Икенсенән, Шәриғәтебеҙ һәр саҡ мохтажыраҡ, көсһөҙөрәк кешеләргә иң беренсе сиратта ярҙам итергә ҡуша. Һәм, әлбиттә, бөтөн халыҡтарҙа ла көсһөҙ енес тип ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Өсөнсөнән, Аллаһы Тәғәлә әсәй күңеленә балаға ҡарата һөйөүҙе күберәк биргән. Ир кеше әлеге тәбиғәте менән һис бер ваҡыттала бала табырға риза булмаҫ ине. Бөгөнгө көндә күреүебеҙсә, күп ир-ат табып биргән балаға ла риза түгел, әсәһен балаһы менән бергә ташлап китә. Ә әсә кеше иһә табиптарҙың: «Бала табыу һинең ғүмерең өсөн ҡурҡыныс», тип киҫәтеп тороуына лаҡарамаҫтан, сабыйын һайлай...

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: