+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
2 Август 2021, 12:08

Балаң мәктәпкә әҙерме?

Балам мәктәпкә барырға әҙерме? Ниндәй мәктәпкә бирергә? Нисек уҡыр? Ошондай һорауҙар 6-7 йәшлек балаһы булған атай-әсәйҙәрҙе борсоуға һалалыр, моғайын...

Балаң мәктәпкә әҙерме?
Балаң мәктәпкә әҙерме?

Мәктәпкә әҙерлек – ул баланың билдәле бер кимәлдәге белеме генә түгел, ә уның физик яҡтан һәм фекерләү һәләтенең үҫешкән булыуы ла.

Бының өсөн әллә ниндәй ҡатмарлы методика кәрәкмәй, иғтибар менән баланы күҙәтеү һәм уның менән бергәләп мәктәпкә әҙер булыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында уйланырға ғына ҡала.

Мәҫәлән, баш мейеһенең үҫешендә уның иң төп функцияларының береһе булған телмәрҙең формалашыуында ҡул суҡтары ифрат ҙур урын биләй. Ҡул суҡтарын үҫтереүгә рәсем төшөрөү, пластилин менән әүәләү, туҡымалар йәбештереү яҡшы ярҙам итә. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр яҙыуға әҙерлек менән шөғөлләнеү ҙә кәрәк: тура, тулҡынлы, ҡыя һыҙыҡтар һыҙыу, ҡулды ҡағыҙҙан айырмайынса ырғаҡтар, оҙонса түңәрәктәр, элмәктәр төшөрөү, уларҙы бер-береһенә тоташтырып өйрәнеү. Мотлаҡ рәүештә уларҙың үтәлешен күрһәтеү һәм яҙыу ваҡытында баланың нисек ултырыуына иғтибар итергә кәрәк.
Балаларҙың телмәрен үҫтереү ҙә мөһим. Бының өсөн балала ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләүгә, тирә-йүндәге үҙгәрештәрҙе күҙәтергә, күрергә, аңларға ярҙам итеү зарур. Әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡып ишеттереү, китап һүрәттәрен ҡарау ҙа ҙур тәрбиәүи көскә эйә. Атай-әсәйҙәр китап ҡарағанда “Бында нимә төшөрөлгән? Улар нимә эшләй? Хәрәкәттәре нимәне аңлата? Нисек кейенгәндәр?” кеүек һорауҙар биреп балаға уҡығанды иҫкә төшөрөргә, уйланырға, фекер йөрөтөргә, үҙ уй-фекерҙәрен телмәр аша бирә белергә ярҙам итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта баланың һорауҙарына ҡул һелтәмәй, түҙемлек менән яуап биреү мөһим. Баланың үҙенә лә әкиәттәр, шиғырҙар, йомаҡтар уйлап сығарырға тәҡдим итергә кәрәк. Бәләкәй күләмле, хәтерҙә тиҙ ҡала торған, аңлайышлы шиғырҙар ятлау ҙа телмәр үҫтереүҙә ҙур ярҙам итә.
Мәктәптә төп фәндәрҙең береһе – математика. Был фәнгә лә бала билдәле бер әҙерлек менән килергә тейеш. 1-ҙән 10-ға тиклем төп һәм рәт һандарын һанай, 10-ға тиклем ыңғай һанауҙы, кире һанауҙы, предметтарҙы төҫтәре, дәүмәле, формаһы, һаны буйынса сағыштыра алырға, ваҡыт төшөнсәләрен (кисә, бөгөн, иртәгә, аҙна, ай, йыл) белергә тейеш. Баланы дөрөҫ һанарға өйрәтеү өсөн өҫтәлгә ашъяулыҡ йәйгәндә, нисә сынаяҡ, ҡалаҡ, тәрилкә, нисә кеше алдына ҡуябыҙ, тип һорарға мөмкин...

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: