Сираттағы һунар мәлендә батшаны ҡырағай кешеләр әсирлеккә алған. Бына уны баҙрап торған усаҡ өҫтөндә ҡурырға йыйынғанда, кеше ашаусылар тотҡондоң бер бармағы юҡлығын күреп ҡалған. Баҡһаң, зәғиф әҙәмде ашау уларҙың хөрәфәте буйынса харам һанала икән. Шуға батшаны иреккә ебәргәндәр. Ҡайтып барышлай, ул, аҡыллы вәзирен иҫенә төшөрөп, һәр ваҡыттағыса хаҡлы булды бит теге, тип уйлаған. Тоғро хеҙмәтсеһен төрмәнән азат итеп, ғәфү итеүен һорағас, уныһы йәнә: “Бөтәһе лә яҡшы! Был хәл дә тик яҡшыға!” – тип әйтеп ҡуйған. "Төрмәлә ултырыуҙың нимәһе яҡшы инде?” – тип аптыраған батша. “Әгәр төрмәгә ултыртмаған булһаң, һунарҙа яныңда булыр инем һәм ҡырағайҙар мине мотлаҡ ашар ине. Шулай булғас, был хәл яҡшыға булған бит!” – тигән, ти, вәзир. Был хәлдән һуң батша ла был тормошта булған бөтә нәмәләрҙең дә тик яҡшыға ғына булыуына инанған, ти.