0 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
26 Июль 2021, 10:35

Балаһының уңышлы булыуын теләгәндәр өсөн бер нисә кәңәш

Беҙ барыбыҙ ҙа балабыҙҙың үҫкәс уңышлы булыуын, матур тормошта йәшәүен теләйбеҙ. Әммә теләк менән генә эш бөтмәй шул... Баланың үҙенән талап итер алдынан, бәләкәс сағында һеҙ уның иң төп терәге, ярҙамсыһы, юл күрһәтеүсеһе булырға тейешһегеҙ...

Балаһының уңышлы булыуын теләгәндәр өсөн бер нисә кәңәш
Балаһының уңышлы булыуын теләгәндәр өсөн бер нисә кәңәш
  1. Йышыраҡ уҡыу. Иң яҡшыһы: нимәгәлер өйрәткән файҙалы китаптар уҡыу. Улар тарих, тирә-яҡты өйрәнеү, үҙ-үҙеңде үҫтереү буйынса булырға мөмкин. Үҫкәсерәк уңышлы кешеләрҙең тормошо тураһындағы китаптар яҡшы тәьҫир итер.
  2. Төрлө йүнәлештә һынап ҡарау. Уның өсөн үҙеңә оҡшаған шөғөлдәр менән шөғөлләнергә, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә кәрәк. Был йүнәлеш һинекеме, түгелме икәне шунда күренә лә инде. Бында атай-әсәй ҙә, нимә булһа ла эшләп ҡарарға теләк уятыуҙары менән, ҙур ярҙамсы була ала. Бала үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарауҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәнергә тейеш.
  3. Спорт менән шөғөлләнеү. Уңышлы кешеләр ғәҙәттә спорт менән дуҫ була. Ул физик яҡтан ғына түгел, ә ныҡышмалылыҡҡа, ялҡауланмаҫҡа, ваҡытты дөрөҫ бүлергә, ғәҙеллеккә лә өйрәтә. Мейе өсөн яҡшы, эшмәкәрлекте яҡшырта.
  4. Баланың тормошо менән ҡыҙыҡһынып йәшәү. Уҡытыусылары менән аралашығыҙ, дәрестәре, өйгә эштәре менән ярҙам итегеҙ. Ял ваҡыттарын бергә үткәрегеҙ.
  5. Аҡса тоторға өйрәнеү. Аҡса менән дөрөҫ мөғәләмә итеү, буштан-юҡҡа туҙҙырмау бәләкәй саҡта уҡ ғәҙәткә инергә тейеш.
  6. Дуҫтарҙы дөрөҫ һайлау. Ҡыҙыҡһыныуҙары тап килгән, оптимистик рухтағы кешеләр менән аралашыу ҙур файҙа бирә. Шуға күрә ата-әсәгә балаһының кем менән дуҫлашыуына иғтибар итеүе мөһим.
  7. Эш тәжрибәһе алыу. Нимәгәлер өлгәшкән кешеләрҙең барыһы ла уңыштың ауыр эштән ҡурҡмауҙан, тырышлыҡтан, ныҡышлыҡтан, бирешергә теләмәүҙән, күп эшләүҙән торғанын әйтер. Улар бер нәмәгә ҡарамай маҡсатына бара, йығылған хәлдә лә торорлоҡ көс таба. Балалар йәйге каникул ваҡыттарында, дәрестәрҙән һуң үҙҙәрен эштә һынап ҡарай ала.
  8. Үрнәк булырҙай кеше табыу һәм уның кәңәштәрен тотоу. Уңышҡа өлгәшкән күп кешеләр тап шундай кешеләрҙән ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, маҡсатҡа нисек өлгәшергә өйрәнгән. Ундай кеше ағайың йә апайың, класс етәксең йә атай-әсәйең дә булырға мөмкин.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: