-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
22 Июль 2021, 08:20

Яҡшы менән шаҡшы. Хәҙис.

Ә һеҙ яҡшылыҡ менән яманлыҡты, хаҡ менән нахаҡты, изгелек менән яуызлыҡты, дөрөҫлөк менән ялғанды айыра беләһегеҙме?

Яҡшы менән шаҡшы. Хәҙис.
Яҡшы менән шаҡшы. Хәҙис.

Бер бабай юл буйлап китеп бара, ти. Ҡаршыһына саға торған ҡара йылан килеп сыға ла:

- Эй, бабай, ҡотҡар мине. Улар мине үлтерергә итә, улар хәҙер килеп етә! - тип ялбара.

Ғәмһеҙ ҡарт күп уйлап тормай, ҡулын һуҙа:

- Ин еңемә, урал ҡулыма, - ти.

Ул арала бер төркөм кеше бабай эргәһенә йүгереп килеп етә.

- Бабай, ошонда йылан күрмәнеңме? - тип һорайҙар. Бабай әйтә:

- Күрҙем,анау яҡҡа китте, - тип алдай. Ә үҙе һорап ҡуя: - Ул мәхлүк ни эшләне һуң, һеҙгә ни зыяны тейҙе?

- Ул беҙҙең ҡыҙыбыҙҙы сағып үлтерҙе, - ти ҙә кешеләр, бабай күрһәткән яҡҡа йүгерә.

Үҙҙәре генә ҡалғас, моңһоҙ ҡарт йыланға:

- Һине эҙәрләүселәр китте, төш инде, - ти.

Йылан бабайҙың беләгенә ағыулы тештәрен батыра ла тешләп ала. Хәлһеҙләнеп барған бабай йыланға өндәшә:

- Мин һине үлемдән ҡотҡарҙым, ниңә мине саҡтың?

- Ә ниңә һин минең йылан икәнлегемде оноттоң? - ти ҙә йылан, шыуышып үҙ юлынан китә.

Яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белмәгән аңра ҡарт саңлы юлда ятып йән бирә. Эйе, ҡара йылан саҡмай тора алмай. Мин уға ярҙам иттем, ул мине саҡмаҫ, тимәгеҙ. Сөнки уның булмышы шулай. Был хәҙис яҡшылыҡ менән яманлыҡты, хаҡ менән нахаҡты, изгелек менән яуызлыҡты, дөрөҫлөк менән ялғанды айыра белергә өйрәтә. Аҡылы камил булғандар быны аңлар.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: