+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
16 Июль 2021, 10:56

Икетеллелек

1-3 йәш, әгәр ҙә бала психик һәм физик яҡтан үҫешкән булһа, тел өйрәнеү өсөн иң отошло осор тип иҫәпләнә. Төп телгә таянып, икенсе телде өйрәнеү еңелерәк була... Ә һеҙ өйҙә нисек, ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?

Икетеллелек
Икетеллелек

Хәҙерге заманда ҡатнаш ғаиләләр ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ике телдә аралашҡан ғаиләләр һаны арта бара. Шуға күрә икетеллелек күренеше, йәки икенсе төрлө әйткәндә билингвизм осраҡтары күбәйә. Күп осраҡта бындай ғаиләләрҙә балалар ике телдә лә иркен һөйләшә. Был инде ят күренеш түгел.

Шулай ҙа ҡатнаш ғаиләләрҙә, икетеллелек балаларҙың үҫешенә, һаулығына зыян килтермәйме, йәш организмға көсөргәнеш килмәйме, тип борсолған ата-әсәләр ҙә  юҡ түгел.

Ғаиләлә ата-әсәләр ике телдә лә һөйләшкән осраҡта балаларҙың теле һуңлап асылыу осраҡтары ла юҡ түгел. Шуға күрә, ата-әсә баланың һуң һөйләшә башлауына борсола.

Лингвистарҙың фекеренсә, хәҙерге ваҡытта бер телдә генә һөйләшеүселәргә ҡарағанда ике телдә һөйләшеүселәр һаны арта бара. Һуңғы тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, икетеллелек балаларҙың хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, төрлө яҡлап үҫешенә ыңғай тәьҫир яһай тигән фекерҙәрҙе ишетергә мөмкин. Икетелллелек баланың телмәр үҫешен тотҡарлай, тигән фекерҙәр ҙә бар.

1-3 йәш, әгәр ҙә бала психик һәм физик яҡтан үҫешкән булһа, тел өйрәнеү өсөн иң отошло осор тип иҫәпләнә. Ул төп телде тиҙ арала үҙләштереп аласаҡ. Төп телгә таянып, икенсе телде өйрәнеү еңелерәк була. Кескәйҙәр ошо ваҡытта үҙҙәрен уратып алған әйберҙәргә, телмәргә бик тә иғтибарлы була. Кешеләрҙең һөйләшкәнен, аралашҡанын ишетеп үҫһә, уның менән һөйләшһәләр, теле тиҙерәк асыла. Шундай ғаиләләр бар: мәҫәлән, әсәһе балаһы менән тик башҡорт телендә аралаша, атаһы – рус телендә. Балаға ике телде лә бер юлы үҙләштереү еңелерәк бирелә.

Ә һеҙ өйҙә нисек, ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: