1. Балағыҙ ниндәй ҙә булһа предметҡа ғәҙәти булмаған ҡулланылыш тапҡаны бармы?
2. Үҙ һәүәҫлеген үҙгәртәме?
3. Абстракт картиналар төшөрәме?
4. Уйлап сығарылған предметтар төшөрөргә яратамы?
5. Фантастик мажаралар яратамы?
6. Хикәйә йәки шиғырҙар яҙамы?
7. Ҡағыҙҙан төрлө һындар киҫеп алырға яратамы?
8. Ҡасан да булһа, үҙе белмәгән йәки донъяла булмаған әйбер эшләгәне бармы?
9. Берәй нәмәне үҙенсә үҙгәртергә теләгәне бармы?
10. Ҡараңғылыҡтан ҡурҡамы?
11. Яңы һүҙ уйлап тапҡаны бармы?
12. Был һүҙҙе аңлатмаһағыҙ ҙа аңлайышлы тип уйлағаны бармы?
13. йорт йыһаздарын үҙенә кәрәгенсә күсереп ҡарағаны бармы?
14. Был теләге уңышлы булдымы?
15. Нимәнелер булһа тәғәйенләнеше буйынса ҡулланғаны бармы?
16. Бәләкәй сағында төрлө предметтарҙың тәғәйенләнешен атай белә инеме?
17. Кейем һайлағанда үҙ теләгенә таянамы?
18. Уның башҡаларға асыҡ булмаған , үҙ эске донъяһы бармы?
19. Үҙе аңламаған нәмәләргә аңлатма биреүҙе һораймы?
20. Үҙен уратып алған күренештәргә аңлатма биреүҙе һораймы?
21. Үҙе уйындар һәм башҡа күңел асыу саралары уйлап сығарамы?
22. Күргән төштәрен иҫләйме һәм кисергән хистәрен һөйләйме?
Һөҙөмтә:
20-нән 23-кә тиклем мәрәй. Бик зирәк бала, тирә-яҡтағы әйберҙәргә ҡарата үҙ күҙлегенән ҡарай белә, уға артабан да шул йүнәлештә ярҙам итергә кәрәк.
15-тән 19-ға тиклем мәрәй. Бала һәр ваҡытты ла үҙ һәләттәрен аса алмай, ул нимә менән булһа ла ҡыҙыҡһынған саҡта ғына уйлап табыусан һәм зирәк. Уны ҡыҙыҡһындырған өлкәлә уңыштар яуларға ярҙам итегеҙю
9-ҙан 14-кә тиклем мәрәй. Әйберҙәргә үҙ ҡарашы мотлаҡ булмаған, күп кенә белем өлкәләре өсөн етерлек зирәклеге бар. Ләкин ижад менән шөғөлләнеү өсөн күп нәмәләр етмәй.
8-ҙән кәмерәк мәрәй. Балаға уйлап табыу һәләте етмәй, ләкин ул хатта ҡатмарлы һөнәрҙәрҙе лә, башҡарыусы булараҡ ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкин.