-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
15 Июль 2021, 07:51

Ғаиләләге тәртип — ул баланың тыңлаусан булыуы ғына түгел

Ата-әсәгә бер нисә кәңәш

Ғаиләләге тәртип — ул баланың тыңлаусан булыуы ғына түгел
Ғаиләләге тәртип — ул баланың тыңлаусан булыуы ғына түгел

 ♦ Бала менән дөрөҫ мөғәлләмә итеү кәрәк. Эш ҡушҡанда асыу, ҡысҡырыу, ярһыу ҙа, инәлеү ҙә булырға тейеш түгел. Эш үтәлешен тикшереү ҙә мөһим. "Һин эшләй алаһыңмы ни?", "Һинән булмаҫ!" кеүек кәмһетеүҙәр баланың үҙ баһаһын кәметә, үҙенә ышаныу көсөн юҡҡа сығара. Балағыҙҙың уҡыған китабы, ҡараған кино­фильмы, мәктәп тормошо тураһында ҡыҙыҡһынығыҙ.

 ♦ Эшһеҙлек — ялҡаулыҡтың, бәхет­һеҙлектең нигеҙе. Шуға күрә баланың һәр көн башҡара торған эштәре булырға тейеш (почта индереү, сүп түгеү, иҙән һепе­реү, һауыт-һаба йыуыу, ҡар көрәү Һ.6.).

 ♦ Пунктуаль булырға өйрәтегеҙ. Ба­лағыҙ мәктәпкә һуңламаһын, унан ваҡы­тында ҡайтһын.

 ♦ Балағыҙ алдында бер ҡасан да мөнәсәбәттәрегеҙҙе асыҡламағыҙ, ыҙғыш­мағыҙ.

 ♦ Уҡыуҙы ыҙаға әйләндермәгеҙ. На­сар тәртип өсөн математиканан өҫтәлмә эштәр эшләргә, инша яҙырға мәжбүр ит­мәгеҙ.

 ♦ Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ, унда үҙаллылыҡ тәрбиәләргә тырышығыҙ.

 ♦ Ололарҙы ололарға, кеселәрҙе ке­селәргә өйрәтегеҙ. Йәмәғәт урындарында балағыҙ менән бергә булһағыҙ, үҙегеҙ белгән нәмәләр менән таныштырығыҙ. Мәҫәлән, автобустарҙа ололарға урын би­реү, юлда уларҙы алдан уҙғарыу һ.б.

 ♦ Бала алдында гәп һатҡанда кем­делер яманларға ярамай. Сөнки балала шул кешегә ҡарата насар ҡараш тәрбиә­ләнә.

 ♦ Сәләмәтлекте, һаулыҡты нығытыу мотлаҡ. Балағыҙ һау-сәләмәт булһа ғына, уҡыуы ыңғай барасаҡ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: