Ейән 5 йәшенә тиклем өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Аҙаҡ, фатир алғас, йәш ғаилә айырым күсеп сыға. Көтмәгәндә килененең сәйер ҡылыҡтары сыға башлай: уға ейәне менән осрашыуҙы тыя. Таныштарына: "Ул нимәгә кәрәк? Ҡамасаулай ғына. Улым хәҙер балалар баҡсаһына йөрөй, үҙем эшләйем. Ә театрға йә ҡунаҡҡа барырға кәрәккәндә күршем ҡарап тора. Күршебеҙ һәйбәт беҙҙең", — тип аңлата. Улын өләсәһенән биҙҙерер өсөн: "Мин һине яратмайым. Хәҙер инде ҙур үҫтем!" — тип әйтергә өйрәтә.
Йыл ярым ваҡыт үткәс, малай өләсәһен урамда осрата. Шатлығынан йүгереп барып ҡосаҡлап ала. Ләкин яҡынлашып килгән әсәһен күреп, тиҙерәк ҡулын төшөрә һәм битараф малайға әйләнә...