+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
13 Июль 2021, 11:32

"Тәрбиә сыбығы"

Кем балаһын тәртипле, аҡыллы, тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә теләмәһен?!. Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн "тәрбиә сыбығы"ның һөҙөмтәһе бармы? Әрләмәйенсә генә бала үҫтереп буламы?  

"Тәрбиә сыбығы"
"Тәрбиә сыбығы"

Элек ишек башына “тәрбиә сыбығы” ҡыҫтырып ҡуя торған булғандар. Уға бер кем дә аптырамаған. Шулай булырға тейеш кеүек ҡабул иткәндәр

Кемдәрҙер (рәсәйҙәрҙең 60 проценты) хәҙер ҙә был ысулды ҡуллана, файҙалы булыуына ышана. Йәнәһе, бала башҡа төрлө аңламай, сыбыҡ та ҡайыш ярҙамында ғына уларҙы тәртиптә тоторға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элек тә “тәрбиә сыбығы”ның һөҙөмтәһе аҙ булған, әле иһә был ысул бөтөнләй эшләмәй.  

Заман башҡа – заң башҡа. Заман менән бергә кешенең дә аңы, теге йәки был мәсьәләгә ҡарашы үҙгәреш кисерә. Хәҙерге ваҡытта уңыштың төп факторы - эмоциональ интеллект, башҡаларҙы тоя, ярата, ихтирам итә белеү. Ә был сифат ғаиләлә әленән әле ҡағылып торған  балала насар үҫешә. Иң яҡын кешеңдән ауыр һүҙҙәр ишетеп, әрләнеп, һуғылып тороу һәм шул уҡ ваҡытта уны яратыу бик ауырҙыр... Шуға ла, йылы хистәрҙе туҡтатып, “стенаға борсаҡ бәргән кеүек” позицияһын алырға тура килә йәш кешегә. Шул арҡала ата-әсә менән бала араһындағы аңлашылмаусанлыҡ тағы ла нығыраҡ көсәйә.     

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: