+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
11 Июль 2021, 15:00

БАЛАНЫҢ АҠЫЛЫ - БАРМАҠ ОСТАРЫНДА

Беҙ балаларыбыҙҙы бөгөндән, йәһәт кенә аҡыллы, уҡымышлы итергә теләйбеҙ. Уның өсөн барыһын да эшләйбеҙ: бәләкәс кеше үҙе теләйме-теләмәйме, түңәрәктәргә йөрөтәбеҙ, ниндәй генә китаптар һатып алмайбыҙ, хәрефтәр өйрәтәбеҙ, һандарҙы ҡуштырабыҙ, алдырабыҙ... Эйе, шөғөлләнергә кәрәк, әммә һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Бала мәктәптә яҡшы уҡыһын, темаларҙы тиҙерәк һәм яҡшыраҡ үҙләштерһен тиһәк, былар ғына етмәй.

Алфавитты ятлатыр, уҡырға өйрәтер алдынан донъяны танып-белергә өйрәтеү күпкә һөҙөмтәлерәк. Баҡсаға сығаһығыҙ икән, бәләкәс унда үҫкән йәшелсә-емештәр, ағастар менән танышһын, уларҙың, әйтәйек, ҡайһыһы - йәшелсә, ҡайһыһы емеш икәнен айырырға өйрәнһен. Күбәләктәр, бөжәктәр менән танышһын. Кисә, бөгөн, иртәгә ҡасан була икәнен белһен. Ябай ғына тойолһа ла, быларҙың барыһы ла бала үҫеше өсөн бик мөһим. Бигерәк тә өлкәндәрҙең һөйләгәнен яратып, губка кеүек һеңдереп тыңлаясаҡ ул. Һәр һөйләшелгән теманы китаптарҙағы һүрәттәр, үҙегеҙ һөйләгән әкиәттәр менән нығыта барығыҙ.
4 йәшкә тиклем, минеңсә, балаға хәреф өйрәтеп маташыу урынһыҙ. Әгәр үҙе өйрәнәм тип ҡаңғыртмаһа инде.
Баланың аҡылы – бармаҡ остарында, тиҙәр. Шуға ла бала бәләкәй саҡта бармаҡ осо менән тотоп эшләгән шөғөлдәргә иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтергә кәрәк. Телмәр үҫешенә лә файҙаһы ҙур. Ручка тотор алдынан бала әүәләй, һүрәт төшөрә, ҡырҡа белергә тейеш. Әгәр мәктәпкә барғанда бала ваҡ ҡына әйберҙәр менән тыныс, сәбәләнмәй эш итә ала икән, уға уҡып китүе лә ҡыйынға тура килмәй. Йыш ҡына ата-әсәләр: “Балам ундай ваҡ-төйәк менән булып ултырырға яратмай”, - ти. Эйе, ҡайһыларҙың ваҡ әйберҙәр менән булырға нервыһы етмәй, әммә, теләмәй, белмәй, тип ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай, юлдарын табырға кәрәк. Элегерәк, өйҙә балалар баҡсаһы асып, бәләкәстәр менән шөғөлләнгәндә, ярма менән эшләргә ярата торғайныҡ. Ярма эсенән берәй ваҡ уйынсыҡты эҙләп тапһындармы, бергә ҡушылған бер нисә төрлө ярманы айырһындармы – барыһы ла ҡыҙыҡ ине уларға. Йә булмаһа буяуға манылған бармаҡтар менән һүрәт төшөрөргә мөмкин. Әҙер һүрәттәргә пластилин буярға ла ярата инеләр. Киләсәктә аласаҡ белеменә бына ошолай ныҡлы нигеҙ һалһағыҙ, аҙаҡ балаға ла, үҙегеҙгә лә еңелгә тура килер.

Читайте нас: