— Әсәй, ә Салауат Юлаев ысын булғанмы, әллә ул әкиәт геройымы? — тип һорай бер көндө Нурсолтан.
— Ысын булған, — тим.
— Ә ул хәҙер ҡайҙа йәшәй? — тип күҙҙәре ялтырап китә балаҡайымдың.
— Ул күп йылдар элек йәшәгән. Тыуған ерен, халҡын яҡлап көрәшкән өсөн уны батшабикә алыҫтағы илгә төрмәгә ебәргән. Салауат Юлаев шунда үлеп ҡалған.
Бер аҙҙан күрәм: Нурсолтан ҡорған артында йәшенеп илап ултыра.
— Нимә булды? — тим.
— Салауат Юлаев үлгән бит, уны йәлләп илайым , — ти.
Батырыбыҙҙың вафатына ике быуаттан ашыу ваҡыт үткән, ә уның яҙмышы, ижады, көрәш юлы һәр заманда ла олоһон да, кесеһен дә һоҡландыра, тетрәндерә, рухландыра...
(С. Юлаев)
Тирмәм тора көмөш кеүек
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә-яғында.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.