+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
12 Июнь 2021, 13:30

ТЫУҒАН ИЛЕМ - АЛТЫН БИШЕК

Нурисламды бөгөн мәктәптән олатаһы ҡаршы алды.– Ҡояшлы, матур көн бит. Әйҙә, улым, атлап ҡайтайыҡ!– Әйҙә һуң! – тине Нурислам, ҡыуанып. Килә торғас: – Олатай, уҡытыусы беҙгә “Үҙ илем – алтын бишек”, “Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып-үҫкән ил артыҡ” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белеп килергә ҡушты.– Ә һинеңсә, Тыуған ил нимә ул?– Кеше ҡайҙа тыуһа, шул тыуған ил була инде.– Һәр кемдең үҙе тыуып-үҫкән кескәй төйәге – өйө, урамы, ауылы йәки ҡалаһы, районы була. Беҙҙең тыуған еребеҙ – Башҡортостан, ә тыуған төйәгебеҙ – Сирғол ауылы. Ә инде ҙур илебеҙ Рәсәй ошондай бәләкәй генә төбәктәрҙән тора.– Олатай, ә беҙҙең өй, атайым менән әсәйем, туғандарым минең тыуған илем буламы?– Эйе, өләсәйең менән мин дә... – тип өҫтәп ҡуйҙы йылмайып олатаһы. – Һәр кемгә тыуған ере иң ҡәҙерлеһе, яҡыны. Юҡҡа ғына өй эсендә эленеп торған йылы сәңгелдәк йәки бишек менән сағыштырмайҙар тыуған илде. Бер ниндәй байлыҡ та үҙ илеңде алмаштыра алмай. Шуға күрә лә тыуған илеңдән, тыуған ереңдән айырылырға ярамай! Шуны иҫеңдән сығарма, йәме, улым!Миңлегөл ТАЙСИНА.

Текст буйынса эш:
  1. Балалар! Ә һеҙ текста бирелгән мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен нисек аңлатырһығыҙ? Тыуған ил һәр кем өсөн бөйөк булыуын ниндәй юлдар һөйләй? Текстан табып уҡығыҙ.
  2. Бер үк мәғәнәне аңлатҡан һүҙҙәрҙе яҙып алығыҙ! Тыуған ил, тыуған ер, тыуған төйәкте маҡтаған һөйләмдәр уйлағыҙ!
  3. Читайте нас: