Өс йәштәрҙәге малай әсәһе менән тәтелдәй-тәтелдәй трамвайҙа килә. Улар эргәһендәге оло ғына ҡатын быларҙың күңелле һөйләшеүенә ҡушылып китмәй булдыра алманы шикелле, шунан янындағы ҙур кәрзиндән алма алып, балаға тотторҙо. Малай тәмләп-тәмләп кенә ашай башлағайны, теге ҡатын:
- Алманы бик яратаһыңмы? - тип һораны.
Малай, эйе тигәндәй, йылмайып ҡына ҡуйҙы.
- Миңә генә ул бул да ҡуй, гел алма ғына ашап торорһоң.
Малай ҡапыл алмаһын тешләмәй кире алды, ҡулында аунаҡлатып ултырҙы ла иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе.
- Мин алма яратмайым.
Теге ҡатын «мин юрый ғына әйттем, минең үҙемдең улдарым, ейәндәрем дә күп » тип ҡараһа ла, малай ҡабат алмаға тотонманы. Уның тештәре һыр һалған һутлы алма аяҡ аҫтында аунап ятып ҡалды.
(Зиннур УРАКСИН)