Экзаменды полиция хеҙмәткәре өлкән лейтенант Узбәков Мирзат Иршат улы үҙе алды. Балаларҙың белемдәрен тикшереп уларға йәйәүлеләр өсөн юл йөрөү “Танытмаһын” тапшырҙы. Балалар махсус форма кейгән кеше алдында аҙ ғына ҡаушаһаларҙа, бутарға тырышҡан ауыр һорауҙарға ла яуап бирә алдылар, белемдәрен барланылар. Был сара балалар өсөн бик мөһим булды, өлкәндәрсә экзамен биреп “Танытма” алыу, уларҙың иңдәренә яуаплылыҡ өҫтәне.