Хөснулла(командир):“Кесе лейтенант! Тиҙерәк окоптарға! Барығыҙ ҙа гранаталарығыҙҙы әҙер тотоғоҙ! Танкыларҙы үткәрмәҫкә! Санитар, ҡайҙа санитар? Яралыларға ашығыс ярҙам күрһәтергә!
Залдан: “Әйҙә, улым, әйҙә, кәрәген бир һин ул ҡәбәхәттәрҙең!” —тигән тауыш ишетелә. Был иһә, Вәхит бабай шулай үҙе менән булған хәлдәрҙе иҫенә төшөрөп, малайҙарҙы сәмләндереп, дәрт өҫтәп ултыра икән.
Зәлиә: Мин әҙер, иптәш командир!
Хөснулла(командир):Әхмәт, Зәлиәгә ярҙамға!
Әхмәт:Минең, иптәш командир, атай, әсәйем өсөн үс алғым килә.Зәлиә апай үҙе лә өлгәшә бит.
Хөснулла(командир): Ни һүҙ ул тағы? Был приказ! Бер һүҙһеҙ, марш!
Әхмәт: (теләр теләмәҫ кенә) Тыңлайым, иптәш командир!
Абдулла бабай: Йә әле, мәхлүк, яҡыныраҡ кил! Һағынып бөткәйнек... Ҡайтыр юлыңды тапмаҫлыҡ итермен мин һинең. Беҙҙең ғәзиз Еребеҙҙе тапап, балаларҙы етем итеп, зар илатып, ҡатындарҙы тол ҡалдырып, ҡайҙа юлландың... Туҡта, етер!
Хөснулла(командир):Кемде шулай уҫал итеп әрләйһең, бабай?
Абдулла бабай: Үҙ-үҙем менән һөйләшәм дә...
Хөснулла(командир):Һин, бабай, окоптан сыҡма, эйелеп йөрөп кенә патрон ташып торһаң да ҙур ярҙамың тейер.
Абдулла бабай:Тыңлайым, иптәш командир. Ә үҙе: “Мин йәшен йәшәгән, ашын ашаған инде, патрон ташырға бәләкәй Әхмәт бар”, — тип эстән һөйләнә-һөйләнә беренсе танкын ҡаршыларға әҙерләнә.
(Шул саҡ беҙҙең ИЛ самолеттары килеп сыға. Һауанан фрицтарҙы бомбаға тоталар. Хөснулланың партизан отряды дошманға ҡаршы ташлана.)
Барыһы ла, дәррәү: “Ур-ра, Ур-ра!” “Еңеү өсөн! Тыуған ил өсөн! Алға!” — тип дошманға ҡаршы ташлана.
Күҙҙәренә йәш тулған Вәхит бабай үҙе лә һиҙмәҫтән “әртистәргә” ҡушылып: “Ур-ра, Ур-ра!”— тип ҡысҡырҙы. Янында ултырған Мәликә әбей: “Йә инде, ҡартым, ултыр, балаларға ҡамасаулама” — тип ипләп кенә костюм салғыйынан тартҡан булды.
(Өй алды. Гимнастерка кейгән малай-ҡыҙҙар тын ғына вальста өйөрөлә....)
Сәхнә артында йыр ишетелә...