+18 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
14 Май 2021, 09:05

ВАТАН ҺАҠСЫҺЫ. ХИКӘЙӘ

ГҮЗӘЛ СИТДИҠОВАҒәйсәр уҙыш машиналарын дөбөр-шатыр ярыштырып уйнай ине. Телевизорҙан ҡапыл «Ватан» тапшырыуы һүрәттәрен күреп ҡалды ла ҡысҡырып ебәрҙе:- Атай, атай, һинең тапшырыуың башлана.Йүнәтеп ултырған саң һурҙырғысын күтәреп, атаһы оло бүлмәгә килеп инде. Малай белә - хәҙер ул эшен дауам итә-итә, күҙ ҡыры менән генә ҡараясаҡ экранға. Әммә ҡайһы бер хәбәрҙәрҙе бик иғтибар менән тыңлай, баш сайҡап, тел шартлатып ҡуя. Бындай ваҡытта атаһына ҡамасауларға ярамағанды Ғәйсәр яҡшы аңлай, тик уйнағыһы ла, һөйләшкеһе лә килә шул. Машиналарын бик шаулатмай ғына хәрәкәт иттерә бирҙе лә, атаһына килеп һыйынды. Түҙмәне: ...

- Атай, бына мин яратып ҡараған тапшырыу «Сәңгелдәк» тип атала. Ә һинеке - «Ватан». Ә нимәне аңлата ул? - тип һорап ҡуйҙы.
- Саҡ ҡына сабыр ит, ҡарап бөткәс яуап бирермен, - тине атаһы.
Малай артыҡ ныҡышманы, кисә килгән «Аҡбуҙат» журналын ҡарай торҙо. Ниһайәт, тапшырыу тамамланды.
- Һай, улым үҫә, аҡыллана. Ана ниндәй һорауҙар бирә башланы, - тип Ғәйсәрҙе баш осона күтәреп, һикертеп алды атаһы. - Йә ултыр, һөйләшәйек.
Диванға ултырып тороп гәпләшә башланылар. Нәҡ ололар кеүек.
- «Ватан» һүҙен икенсе төрлө «тыуған ил» тип әйтергә мөмкин, - тине атаһы. Шаян ғына ҡарап, һорап ҡуйҙы:
- Һин ҡайҙа тыуғанһың әле?
- Өфөлә, Һәҙиә Дәләтшина урамының 71-се йортонда, - тип шартлатып яуап ҡайтарҙы улы. Адресты белергә уны күптән өйрәттеләр бит инде.
- Дөрөҫ, аҡыллым. Өфө - һинең тыуған ҡалаң, тыуған ерең. Ул - Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы. Башҡортостан - ил, ул беҙҙең тыуған илебеҙ, Ватаныбыҙ. Уны кесе Ватан тип тә әйтәләр.
- Ҙур Ватан да бармы ни?
- Эйе. Оло Ватаныбыҙ - Рәсәй. Беҙ уға 450 йыл элек ҡушылғанбыҙ, шунан бирле ул беҙгә оло Ватан.
- Дүрт йөҙ илле! – Ғәйсәр ҡулына ҡараны ла, - Минең бит бармағым етмәй һанарға, - тип ҡуйҙы.
- Ватаныбыҙ сикһеҙ ҙур, матур. Үҫкәс, уны һаҡларға армияға, хеҙмәткә китерһең, һалдат булырһың, Алла бирһә, - тип һөйҙө уны атаһы. - Мин дә, олатайың да Рәсәй ғәскәрендә хеҙмәт иттек. Беҙҙең шинелле фотоларҙы күргәнең бар бит? Ир кеше Ватанын һаҡларға тейеш.
Ғәйсәрҙең тиҙерәк үҫкеһе, Ватан һаҡсыһы булғыһы килеп китте. Ул да шинель кейеп, ҡулына автомат тотоп, фотоға төшәсәк.
Читайте нас: