+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
13 Май 2021, 10:00

РӘХМӘТ ЯУҒАНДА. УЙМАҠ ХИКӘЙӘ

ГӨЛНУР ЯҠУПОВАРӘХМӘТ ЯУҒАНДАӘлфиә йүгереп өләсәһенең калушын килтереп кейҙерҙе.— Эй, балаҡайым, рәхмәт яуғыры, — тине өләсәһе,арҡаһынан һөйөп.— Өләсәй, һин гел шулай тиһең. Рәхмәт нисек яуа ул?— Кешеләргә яҡшылыҡ эшләһәң, һөйөндөрһәң — яуа инде, яуа,— тине лә өләсәһе магазинға сығып китте....

Әлфиәнең рәхмәт яуғанын тиҙерәк күргеһе килде. Кемгә яҡшылыҡ эшләй һалырға һуң? Әһә, гөлдәр һыу¬һаған, уларға һыу һибергә кәрәк. Аҡтырнаҡты ашатырға, тауыҡтарға ем һибергә. Был эштәрҙе ул тиҙ генә эшләп ҡуйҙы, әммә рәхмәт яуманы. Шунан Әлфиә урамға сыҡты. Тағы кемгә ниндәй яҡшылыҡ эшләргә икән? Бәй, күрше Фатима инәй, таяҡҡа таянып, һыңар биҙрә менән генә һыуға сыҡҡан түгелме?
- Инәй, ҡана үҙем көйәнтәләп һыу килтерәйем һиңә, минең тәтәй биҙрәләрем дә бар.
- Эй, балаҡайым, рәхмәт яуғыры,— тине Фатима инәй, хас өләсәһе кеүек итеп.
Әлфиә рәхмәттең яуғанын әҙерәк көтөп торҙо ла, яумағас, көйәнтәһен күтәреп, һыуға китте.
Ул арала өләсәһе лә магазиндан ҡайтты, икәүләп сәй эстеләр, шунан Әлфиә уйнап килергә булды.
Ихатаға сыҡты. Көн салт аяҙ. Аҡтырнаҡ уны һикерәңләп, уйнаҡлап ҡаршы алды. Йәшел ҡойроҡло уҫал әтәс тә был юлы баҫтырманы. Ә гөлдәр уға тәҙрә аша йылмая кеүек. Әлфиә йүгереп барып ҡапҡаны асты. Күрше Фатима инәйҙең тәҙрәһенә күҙ ташланы. Инәй самауырын борҡотоп сәй эсеп ултыра. Әлфиәгә бик рәхәт, күңелле булып китте. Ул:
— Өләсәй, рәхмәт яуа!— тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Читайте нас: