Балаларҙың көтөп алған миҙгеле - йәй етте! Ниһайәт, көндәр йылынды, тышҡа шорты, футболкала ғына сығып йүгерергә лә мөмкин. Әлбиттә, йәй етһә лә, уҡыуҙар дауам итә әле, нисек кенә күңел уйнарға тартылмаһын, тәүҙә төп һәм мөһим эшебеҙҙе аҙағына еткереп ҡуйырға тейешбеҙ. Унан инде... 3 ай буйы әйҙә рәхәтләнеп уйна!
Ҡыҙыҡ, шуны йыш күҙәткәнем бар: беҙ балаларыбыҙҙы, бысранма, таҙа йөрө, тип киҫәтеп кенә торабыҙ. Ергә, тупраҡҡа ултырып уйнаһа, бигерәк тә батҡаҡҡа инеп китһә, бөттө баш! Ә бала саҡтың бөтә ҡыҙығы ла шунда бит...
Сит илдәрҙе ҡараһаң, быға иғтибар ҙа итмәйҙәр, шулай тейеш, тип ҡабул итәләр. Хатта яҙғы бысраҡтарҙа рәхәтләнеп болғаныр өсөн һыу үткәрмәй торған махсус кейемдәре лә бар. Беҙҙәге был тыйыу ҡайҙан килеп сыҡты икән? Бының төбө элеккерәк ваҡыттарҙа, кейем һирәк булған, керҙе ҡул менән йыуған замандарҙа яталыр. Сит илдәрҙә инде әллә ҡасандан алып автомат-машина менән кер йыуғанда, беҙҙең ауылдарға был рәхәтлек яңы килеп етә башланы. Уйлап ҡарағыҙ: баланың кейемдәре былай ҙа күп түгел, шуларын да бысратып ҡайтһа, өйҙә генә ултырырға тейеш булған бит...
Хәҙер, әсәйҙәр, көйөргә түгел: аллаға шөкөр, балаларыбыҙ кейемгә ҡытлыҡ кисермәй, һәр өйҙә автомат кер йыуыу машинаһы тора, ванна-душы бар. Шуға ла өйгә бысранып ҡайтып инһә, нисек кенә йән көйһә лә, әрләргә ашыҡмайыҡ. Батҡаҡ менән уйнауҙың бала өсөн файҙалы яҡтары бик күп ул. Ә бала саҡ үтә лә китә...