+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар

ҠӨРЪӘН АШЫ

Гүзәл СИТДИҠОВАҠөръән ашы- Бөгөн Ҡөръән ашына кеше йыябыҙ, - тине Ғәзизәнең ҡарт өләсәһе. Ҡарт өләсәй - олатайҙың әсәһе.Ул йыл да бөтә туғандарын саҡырып, Ҡөръән уҡыта, шунан аш ашата. Ололар ҡыҙыҡай бер ваҡытта ла күрмәгән олатай-өләсәйҙәрен, туғандарын маҡтап-маҡтап иҫкә ала. Бик һәйбәт кешеләр булғандарҙыр инде.Мулла бабай иҫке ҡалын китап сығарҙы. Һүҙҙәре ерле аңлашылмаһа ла көйләп уҡығанды бөтәһе лә тып-тын ҡалып тыңлай.Оҙаҡ ҡына ваҡыттан һуң бәләкәй Фәрхәт түҙмәне:

- Мин бындай йырҙы яратмайым, - тип илап ебәрҙе.
- Сеү, Ҡөръән уҡығанда тауышланырға ярамай, туғаным,- тип бышылдап ҡына йыуатты уны Ғәзизә апаһы. - Хәҙер хәйер таратырҙар.
- Хәйер нимә була ул, кәнфитме әллә? - ти һалды тәмлетамаҡ малай.
- Ю-у-уҡ, Ҡөръән уҡығанда бирелә торған бүләк. Бәлки кәнфит тә бирерҙәр.
Былай булғас түҙә инде Фәрхәт. Башҡалар кеүек ул да устарын асып тубығына һалды, ололар ыңғайына битен һыпырғыланы. Малайҙың алдына кәнфит, печенье, алма, өрөк өйөлөп китте. Туңдырмалыҡ аҡса ла йыйылды хатта.
- Әйҙә, урамға сығарып, дуҫтар менән бүлешәйек, - тине Ғәзизә апаһы малайға. - Олатай-өләсәйҙәребеҙгә улар ҙа рәхмәт әйтһен.
Ҡарт өләсәһе быны белгәс, маҡтаны:
- Ҡөръән ашы бөтәһенә лә етә ул. Күберәк кеше ауыҙ итһә, тағы ла яҡшыраҡ.
Читайте нас: