+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
30 Апрель 2021, 00:06

БАЛА ҺӘР КӨНӨН МӨҒЖИЗӘ КЕҮЕК ҠАБУЛ ИТҺЕН!..

29 апрель – бөтә донъя балалар теләктәрен үтәү көнө. Ул символик мәғәнәгә эйә. 1977 йылдың был көнөндә таможня хеҙмәткәре Томми Остин лейкемия менән ауырыған 4 йәшлек Кристофер Грейчустың хыялын тормошҡа ашыра.

Малай полиция хеҙмәткәре булырға теләгән була һәм Остин уға полиция вертолетында осорға вәғәҙә бирә. Кристоферҙың хәле насарая башлағас, Томми полиция Департаменты менән элемтәгә керә, хәлде аңлатып бирә һәм малайҙы осороп килтерергә ярҙам һорай. Тиҙҙән Рон Кокс исемле полиция офицеры малай менән һауаға күтәрелә...
Иртән Рон теген цехына малайға формаға заказ бирә. Цех хужаһы, Кристоферҙың тарихын белгәс, төн сыҡҡансы форманы үҙе тегә. Офицерҙар малайға был кейемде тантаналы рәүештә тапшыра. Тиҙҙән ауырыу еңә һәм абый вафат була.
Йыназанан ҡайтҡас, Департамент офицерҙары Кристофер Джеймс Грейчус исемендәге Фонд булдырырға ҡарар итә. Фонд үлем алдындағы һәм ауыр сиргә дусар булған балаларҙың теләктәрен үтәргә тейеш була. Шул уҡ ваҡытта милләт, раса, дин һәм ауырыу йәшәгән ил әһәмиәткә эйә түгел.
Рәсәйҙә лә был көндө хәйриә ойошмалары һәм битараф булмаған кешеләр ауырыу сабыйҙарға шатлыҡ бүләк итә...
Һәр кемебеҙгә балаларыбыҙ ҡәҙерле. Ауырыған балаларҙың да, һауҙарының да хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәйек. Иғтибарлы, миһырбанлы булайыҡ. Йөҙҙәренән йылмайыу, күңелдәренән үҙҙәрен кәрәк тойоу тойғоһо китмәһен. Уларға шатлыҡ кисерер өсөн күп тә кәрәкмәй бит. Әле изге Рамаҙан айында теләгән теләктәр бигерәк тә тормошҡа ашһын! Бала һәр көнөн мөғжизә кеүек ҡабул итһен!
Читайте нас: