+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
26 Апрель 2021, 14:29

Үҙ балабыҙҙы ғына маҡтау дөрөҫ түгел...

... Бына ошондайыраҡ ситуациялар балалар араһында һәр ваҡыт булып тора. Көнләшеү, үҙен башҡалар алдында кәм күреү, теләген, уйҙарын әйтә алмау һ.б. Шулай бәләкәс кешелә кәмселектәр тыуа. Бала үҙенә йомолорға, оялсанға әйләнергә, фекерен белдереүҙән тартынырға, йә, киреһенсә, хис-тойғоларын йәшереү маҡсатында, уҫаллашырға, үс алыу тойғоһо яралырға мөмкин. Былар, билдәле, бер көндә генә тыумай, яйлап, тамсылап йыйыла, ҙурая, нығына.

Ғәлиә менән Сәриә быйыл беренсе класҡа барҙы. Яҡын йәшәһәләр ҙә, нисектер, бергә уйнап үҫмәне улар. Ҡыҙыҡһыныуҙары тура килмәнеме... Йә балалар баҡсаһында ла икеһе ике төркөмгә йөрөнө. Ғәлиә оялсан, баҫалҡы, әкрен бала. Эшен еренә еткереп эшләргә ярата. Кешеләргә лә, яңы урынға ла оҙаҡ өйрәнә. Шуға ла баҡсаға бергә йөрөгән ҡыҙҙар менән дуҫлашыуҙы хуп күрҙе. Сәриә, киреһенсә, ут бөрсәһе. Тыныс ҡына ултырып уйнауҙың нимә икәнен белмәне. Һәр нәмәлә алдынғы булырға теләне. Шуғамы, эштәре ашыҡ-бошоҡ килеп сыға. Уҡырға барғас, икеһе бер класҡа тура килгәс, теләйҙәрме-теләмәйҙәрме, аралашырға тура килде. Етмәһә, күрше булғастары, ҡыҙҙарҙы мәктәпкә бер аҙнала Ғәлиәнең атаһы, икенсе аҙнаһында Сәриәнең атаһы йөрөтөргә һөйләштеләр. Сәриә дәрестәр тамамланыу менән ҡайтырға атлыға. Ә Ғәлиә ашыҡмай. Балалар баҡсаһынан алып дуҫлашҡан Илүзә әхирәте менән һөйләшә-һөйләшә иң аҙаҡтан сығалар кластан. Ғәлиәнең мыштыр булыуына Сәриәнең былай ҙа йәне көйә, Илүзә менән дәрестәрҙән һуң да айырылыша алмауҙары асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабарта. Уның да Ғәлиә менән дуҫ булғыһы килә, үҙенең артынан эйәртеп йөрөткөһө килә, әммә тегеһе, үс иткәндәй, Илүзәһенән башҡаны белмәй. Сәриә, әйтерһең, бөтөнләй юҡ! Әсәйҙәрен, туғандарын үсегеп еңә лә бит, Ғәлиә осрағында фәтүә булмаясаҡ: иғтибар итмәгән кешегә үсегеүҙән ни файҙа? Ғәлиәнең атаһы алған ваҡытта класташының һуҙылып, иң аҙаҡҡы булып килеп сыҡҡанын көтөп торорға мәжбүр. Ғәлиә үҙенең яй икәнен, кешене көттөргәнен аңлай, йәһәтерәк ҡыланырға ла тырыша, ләкин барыбер Сәриә кеүек етеҙ була алмай. Атаһы алған аҙнала Сәриәгә һәйбәт, мыштыр Ғәлиәне көтөп тормай, машинаға сығып ултыра тора. Ғәлиәне көн дә көтөү Сәриәнең атаһын да ялҡыттымы, бер көн ҡыҙға икенсе һуҙылмаҫҡа, тиҙерәк сығырға ҡушты. Ғәлиәнең ғәйепле рәүештә башын эйеүен күргәс, Сәриәгә, нисектер, рәхәт булып китте. Икенсе көнө ул тағы ла тиҙерәк кейенде, машинаға ла иртәрәк килеп ултырҙы. Һөҙөмтәлә Ғәлиәне алдағы көндән дә оҙағыраҡ көтөргә тура килде. Был, әлбиттә, атай кешегә оҡшаманы. Әйткән килеш юрамал яйлай, тип уйлап, ҡыҙға йәнә замечание яһаны. Ғәлиә, мине үҙегеҙ генә йөрөтөгөҙ, тип ҡараны әсәһе менән атаһына, ләкин, төп сәбәпте әйтмәгәнгәме, һүҙҙәрен ҡолаҡҡа элеүсе булманы. Бер көн шулай тура килде, Сәриәне дәрестән һуң уҡытыусы тотҡарланы. Уның тороп ҡалғанын аңғармаған ҡыҙ, тағы мине көтмәй һыпыртҡан, тип уйлап, йәһәт кенә кейенде лә машинаға йүгерҙе. Әммә класташы әле сыҡмаған булып сыҡты... Бер аҙҙан Сәриә лә йүгереп килеп етте. Ишекте асты ла илап ебәрҙе. Атаһы төрлөсә һорап ҡараһа ла, нимәгә илағанын әйтмәне. Ә ҡайтҡас, мине Ғәлиә рәнйетте, тине. Был һүҙ нисек ысҡынғанын аңламай ҙа ҡалды ул. Был юлы атаһынан әрләтә алманы бит һуң! Класташының йөҙө ҡыҙарыуын күҙәтә алманы. Был бит уға бер кинәнес бирә ине. Ғәлиәнең уның менән дуҫлашырға теләмәүе, Илүзәне артығыраҡ күреүе, дәрестәрҙә Ғәлиәне генә маҡтауҙары өсөн дә үс алғандай ине бит!.. Бына ошондайыраҡ ситуациялар балалар араһында һәр ваҡыт булып тора. Көнләшеү, үҙен башҡалар алдында кәм күреү, теләген, уйҙарын әйтә алмау һ.б. Шулай бәләкәс кешелә кәмселектәр тыуа. Бала үҙенә йомолорға, оялсанға әйләнергә, фекерен белдереүҙән тартынырға, йә, киреһенсә, хис-тойғоларын йәшереү маҡсатында, уҫаллашырға, үс алыу тойғоһо яралырға мөмкин. Былар, билдәле, бер көндә генә тыумай, яйлап, тамсылап йыйыла, ҙурая, нығына. Бөтә нәмә лә бала саҡтан һалына. Нисек уҡып китеүе лә, холҡо ниндәй булыуы ла. Шуға ла, аҙаҡ: "Ни эшләп былай килеп сыҡты һуң әле? Ҡайҙа хата яһаным?" - тип аптырамаҫ өсөн, бала саҡтағы ошо мөһим осорҙо ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Күптәр балаһының ниндәй уйҙар менән йәшәгәнен, нимәләр кисергәнен белмәй ҙә. Йә бала үҙе өндәшмәй, йә ата-әсә ҡыҙыҡһынмай. Берәй дәғүә белдерһәләр, йә пыр туҙҙырып балаһын әрләп ташлай, йә уҡытыусынымы, мәктәпте, икенсе берәйһенме ғәйепләргә тотоналар. Йыш ҡына бала алдында. Күп ваҡыт айышына төшөнөп тормаҫтан... Был мәлдә әлеге лә баяғы баланың күңеле, кисерештәре иҫәпкә алынмай. Бала менән ата-әсә араһында тәүҙән үк ышаныс булырға тейеш. Һинең аңларыңды, көлмәҫеңде йә әрләмәҫеңде белгән хәлдә генә бала һиңә асыла, дөрөҫөн һөйләй, кисерештәре, борсолоуҙары менән уртаҡлаша. Кемделер ғәйепләр, йә балаңды әрләр урынға, минеңсә, тыныс ҡына тыңлап, һәр кемдең хатаһына төртөп күрһәтеп аңлатырға, таяҡтың һәр ваҡыт ике осло икәнен, ғәйептең атта ла, тәртәлә лә булырға мөмкинлеген төшөндөрөргә кәрәк. Әгәр үҙегеҙҙең балағыҙҙы ғына яҡлап, маҡтап ултырһағыҙ, киләсәктә ул үҙенең етди хаталарын да күрмәҫкә өйрәнеүе бар. Бала тәүҙән үк һәр ситуацияны төрлө яҡлап баһаларға өйрәнһен. Шул мәлдә, минеңсә, ул үҫкәс тә бала саҡтағы ошо аҡылынан тайпылмаясаҡ
Читайте нас: