+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
15 Апрель 2021, 13:36

БАЛА МӘКТӘПКӘ УҠЫЙ БЕЛЕП БАРЫРҒА ТЕЙЕШМЕ?

Уҡыу йылы тамамланырға ла күп ҡалманы. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында сығарылыш кисәләренә әҙерлек башлана. Сығарылыш төркөм балаларының икеләтә тулҡынландырғыс мәле етә: бәләкәстәр баҡсалары, тәрбиәселәре менән хушлаша, беренсе тапҡыр беренсе класҡа бара. Әсәйҙәр балаларынан да нығыраҡ тулҡынланалыр. Уларҙың һорауҙары бигерәк тә күп: ниндәй класҡа, ниндәй уҡытыусыға эләгә, класташтары кем була, нисек уҡып китә...

“Бала мәктәпкә барғансы уҡый белергә тейешме?” тигән һорау ҙа һәр ата-әсәне борсойҙор.Элек был йәһәттән һорауҙар тыуманы: баланы мәктәпкә барғансы уҡырға һәм яҙырға, ҡушырға һәм алырға өйрәтергә яраманы. Хатта тыйҙылар ҙа әле. Сөнки, мәҫәлән, дөрөҫ яҙыуҙың үҙ ҡағиҙәләре бар. Өйҙә ата-әсә нисек етте шулай өйрәтһә, аҙаҡ уны үҙгәртеүе ҡыйынға тура килә. Береһе шартлатып уҡып ултырһа, икенсеһе хәреф тә танымаһа, барыһы өсөн дә насар. Бөтәһенә бер юлы ғына уҡытыусы өйрәтһә, бик һәйбәт тә бит... Рәсми рәүештә әле лә балаларҙың мәктәпкә барыһын да белеп барыуын мәжбүр итмәй. Әммә бөгөнгө заман шарттары, практика киреһен һөйләй.
Элек бәләкәстәрҙең бараһының да йәшәү рәүеше бер ине: баҡсаға йөрөйҙәр, ҡул эштәре менән булалар, үҙҙәрен мәктәпкә әҙерләйҙәр. Ә бөгөнгө заман балаһы мәктәпкә тиклем төрлө әҙерлек юлы үтә. Әйтәйек, кемдер тыуғандан алып илдәр буйлап сәйәхәт итә, шуның арҡаһында күп нәмә тураһында хәбәрҙар, бер нисә сит тел белергә мөмкин. Өй шарттарында ғына тәрбиәләнгән, мәктәпкәсә бер ҡайҙа йөрөмәгән балалар бар. Ҡайһылар, киреһенсә, бала бәләкәс кенә сағынан төрлө үҫтереүсе түңәрәктәргә йөрөтөүҙән бушамай... Шуға күрә бөтә балаларҙың да әҙерлек кимәле бер түгел.
Балалар баҡсаларында ла төрлө программалар буйынса шөғөлләнәләр. Күптәрендә сюжетлы-ролле уйындарға әһәмиәт биреп бармаһалар, интеллектуаль яҡтан үҫтереүгә ҙур көс һалалар. Икенсе баҡсала шуның тап киреһе булырға мөмкин.
Хәҙер беренсе кластың программаһы ла еңелдән түгел. Әгәр һин мәктәпкә уҡырға өйрәнеп килмәһәң, ҡыуып етер өсөн ныҡ тырышырға тура киләсәк. Күп ваҡытта бирелгән эште уҡыусы үҙе уҡып, аңлап, эшләп ҡуйырға тейеш. Уҡытыусының һәр баланы айырым өйрәтеп ултырырға ваҡыты булмаясаҡ, шуға ла ул дөйөм бер урталыҡтан сығып эш итә. Бына шуның өсөн дә бөгөнгө заманда мәктәпкә әҙерлекте алданыраҡ башларға кәрәк. Быны заман үҙе талап итә. Элекке кеүек: “Мәктәпкә барғас, уҡытыусы өйрәтер әле”, - тип еңел генә ҡарарға ярамай. Был тәү сиратта һеҙҙең балағыҙ,. Уның артабан еңел, яҡшы уҡып китеүе өсөн кәрәк.


Артабанғы һөйләшеү мәктәпкә әҙерлек тураһында булыр.


Читайте нас: