+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
12 Апрель 2021, 16:30

ИМАНЛЫ ИЛ ТАРҠАЛМАҪ

Һәр кемдең күңелендә иман булырға тейеш. Иманлы кешенең күңеле нурлы була, итәғәтле, ярҙамсыл, изгелекле, шәфҡәтле була. Бала бәлиғ булып, динде аңлап өйрәнә башлағансы, уның йөрәгенә иман орлоҡтарын ата-әсәһе, олатай-өләсәләре һалырға тейеш...

Әссәләмәғәләйкүм, кескәй дуҫтар!
Исламдың беренсе нигеҙендә Аллаһу сүбхәнә үә тәғәлә үҙенең барлығына, берлегенә шаһитлыҡ ҡылырға ҡуша. Сөнки ул беҙ йәшәгән доньяны, йыһанды, кешеләрҙе юҡтан бар итеп, бөтә нәмәне яйға һалған. Мәҫәлән, көн төндө алыштыра, яҙ килә, йәй килә ,көҙ килә, ҡыш килә. Аллаһ бөтә нәмәне парлы иткән: көн менән төн, яҡты менән ҡараңғы, аҫ яҡ менән өҫ яҡ, уң менән һул, яҡшы менән яман һәм башҡалар. Аллаһ үҙенең изге китабы Ҡөрьән кәримдә әйтә: "Мин кешеләрҙе һәм (ендәрҙе) миңә ғибәҙәт итһендәр өсөн бар иттем". Аллаһтың барлығына, берлегенә, бөтә нәмәне юҡтан бар иткәненә ысын күңелдын,бөтә йөрәге менән ышанған кеше һәм уның ҡушҡандарын үтәүсе - мосолман була. Ислам динендә ҡыҙҙар 9-10 йәштән, малайҙар 12-13 йәштән бәлиғ булып һанала. Ошо йәштә балалар яйлап динде өйрәнә башлаһа, яҡшы булыр. Ә уға тиклем уларҙың күңеленә ата-әсәһе, олатай-өләсәһе иман орлоҡтары һала башларға тейеш.
Беҙҙең динебеҙ - ислам. Һәр бер йорттоң нигеҙе, стенаһы, иҙәне, түбәһе һәм ҡыйығы булған кеүек, ислам диненең дә нигеҙҙәре бар.
Беренсе нигеҙе: бөйөк Аллаһтың барлығына, берлегенә һәм Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Аллаһтың пәйғәмбәре һәм илсеһе тип шаһитлыҡ ҡылыу.
Икенсе нигеҙе: көнөнә биш ваҡыт намаҙ уҡыу.
Өсөнсө нигеҙе: ураҙа тотоу.
Дүртенсе нигеҙе: зәҡәт түләү - хәлле кешеләр үҙҙәренең байлығынан мохтаж кешеләргә ярҙам итеүе.
Бишенсе нигеҙе: хәленән килгән кеше ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһындағы Аллаһ йорто Ҡәғбәгә хаж ҡылыу.
Рауил ЙӘНГИЛДИН.
Читайте нас: