+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
6 Апрель 2021, 12:05

МӨМКИНЛЕКТӘР ТУРАҺЫНДА

Беҙгә Хоҙай тарафынан ниндәй ҙә булһа һәләт бирелгән. Кемдер ҡул эше оҫтаһы, кемдер ижад итеүгә маһир, спорт менән дә шөғөлләнгәндәр ҙә аҙ түгел, һанай китһәң, бихисап инде ул. Социаль селтәрҙә ултырыусы дуҫтарығыҙ сәхифәһенә ҡыҙыҡ өсөн күҙ һалығыҙ әле, ниндәй генә таланттар юҡ арала! Ә кемдәр оҫта булып та, һәләтен ниндәй ҙә сәбәп буйынса тормошҡа ашырмаған икән, түбәндәге хикәйәткә иғтибар итегеҙ.

Бер йәш егет ҡала урамдары буйлап, ашыҡмай ғына китеп барғанда, ҡаршыһына оло ғына бабай осраған. “Оҙаҡ йылдар быны ҡулланыу юлдарын эҙләнем, әммә тапманым. Йәл, мәғәнәһен бына хәҙер, бик һуң аңланым... Тот”- тип егеттең ҡулына бер төргәк биргән дә күҙҙән юғалған.
Йәш кеше бик һаҡ ҡына бүләкте асҡан һәм аптырауға ҡалған – киндерҙән булған аҡ туҡымала, төрлө төҫкә инеп емелдәгән таш ятҡан. Ул ташты кеҫәһенә һалған һәм тәрән уйҙарға сумып, өйөнә йүнәлгән.
Йортта, яҡындары ювилерға барып, ниндәй таш икәне хаҡында белешергә кәңәш иткәндәр. Ювилер был һоҡландырғыс бриллиантты күреп, бөтөнләй таң ҡалған һәм аҫыл ташты һатыуын үтенгән. Әммә егет баш тартҡан.
Тәүҙә егет бындай бүләк алғанына бик ғәжәпләнгән. Һуңынан, шикле уйҙар биләгән күңелен. “ Ниңә нәҡ миңә бриллиантты бирҙе икән был ҡарт? Мин уға лайыҡлымы ни? Мин бит уның өсөн бер нимә лә эшләмәнем? Хәҙер ни эшләргә инде? Мин был ташты ҡуллана аламмы? Әгәр ҙә һатһам яҡындарым нисек ҡабул итерҙәр икән?”- тигән уйҙар көсәйгәндән-көсәйеп, бик борсоғандар уны. Шунлыҡтан, егет ҙур булмаған һандыҡҡа брилиантты һалған да, баҙға төшөрөп ҡуйған.
Был эште башҡарғандан һуң, икеленеүҙәре юҡҡа сыҡҡан йәш кешенең, тик уның урынына, күңелен аңлатып та булмаған һағыш баҫҡан...
Йылдар үткән, егет ир ҡорона аяҡ баҫҡан, һуңынан олоғайып, сәстәр саллана төшкән. Етмеш йәшенә лә барып еткән ул. Тыуған көнө айҡанлы, бар ғаиләһе байрамға йыйылғас, яратҡан олаталарын телмәр тотоуын үтенгәндәр улар.
Ир кеше, өҫтәл артынан торайым тип ҡалҡынғас, ҡояш нуры һәм гәлсәр бокалдар күҙҙәрен бер нисә минутҡа сағылдырып үткәндәр. Шул мәлдә ҡапыл хәтере яңырғандай булған һәм ул, бриллиант тураһында иҫенә төшөрөп, өҫтәл артынан йәш кеше һымаҡ һикереп тороп, баҙға йүнәлгән һәм унан оло бер ғорурлыҡ менән һандыҡ килтереп сығарған.
«Ҡасандыр мин дә һеҙҙең һымаҡ йәш инем. Бер көндө бүләк алдым.Әммә файҙалана ғына алманым. Тәүҙә, быға лайыҡ түгелмен тип уйланым, һуңынан, дөрөҫ ҡулланырға аҡылым етмәҫ кеүек тойолдо. Бындай ҡиммәтле мөмкинлелектең яуаплылығынан ҡурҡып, көсһөҙлөгөмдән һәм асыуымдан, уны баҙға йәшереп ҡуйҙым.Быға оҙаҡ йылдар бошоноп йәшәнем. Тик был бүләкте тапшырған теге ҡарт һымаҡ, был ҡылыҡтың бар мәғәнәһен әле генә аңланым.1) Ҡиммәтле, әммә бүләккә бирелгән нәмәләрҙе баһалауы беҙгә бик ауыр;
2) ҡурҡыу, икеләнеүгә бирелеп, бүләк биргән мөмкинлектәрҙе файҙалана алмай ҡалабыҙ;
3) бындай затлы бүләккә лайыҡлы түгелбеҙ тип иҫәпләйбеҙ;
4) яуаплылыҡтан ҡурҡып, еңел генә артабанғы үҫештән баш тартабыҙ;
5) тирә-яҡтағылар ғәйепләр тип уйлайбыҙ, әммә бүләкте файҙаланмаһаҡ үҙебеҙҙе үҙебеҙ шелтәләй башлаясаҡбыҙ икәнде аңғармайбыҙ;
6) олоғайғас ҡына, ғүмер юлының байтағын үткәс, ниңә беҙҙе һағыш баҫҡанын аңлай башлайбыҙ. Һәләтебеҙҙе, оҫталығыбыҙҙы үҙебеҙҙән үҙебеҙ йәшергәнбеҙ. Сәбәбен табып,күңелебеҙ төбөндәге иң таҙа брилиантты ҡурҡып бикләп ҡуябыҙ. Әммә шулай эшләүҙән бәхетле генә була алмайбыҙ. Йәшәүебеҙ, бәлки уңайлылыр ҙа, тик күҙҙәрҙә ҙә осҡон ҡабынмай”.
Бынан һуң, брилиантты тапшырып, бар теләктәрен бойомға ашырған ҡарт.
Беҙҙең һәләтебеҙ үҙе бер аҫылташ. Ә һәр яңы атҡан көн үҙе бер мөмкинлек ул. Ниңә шуны файҙаланмаҫҡа?
Эльвира ИШЕМҒУЖИНА.
Читайте нас: