-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
4 Апрель 2021, 12:10

ИҢ ЯҠШЫ МӘКТӘП

Ҙур бер ҡалаға күсеп килгән ғаилә балаларына мәктәп һайлай икән, ти. Иртәнсәк олатай ейәнен етәкләп иң яҡындағы мәктәпкә килә. Мәктәп урамына инеү менән уларҙы уҡыусылар уратып ала.- Һимеҙәк, - тип көлә ти бер уҡыусы бабайҙың ейәненән.

- Һа-һа-һа, баба-а-ай. Бабай ҙа уҡырға килгәнме? - ти икән ти икенсеһе.
Берәү бер һүҙ әйтһә, ҡалғандары йәмһеҙ итеп ҡысҡырып көлә, ти. Бабай ейәнен етәкләп кире сығып китә.
- Ураа, мин мәктәпкә бармайыммы атыу? - тип ҡыуана малай.
- Бараһың, тик иң яҡшы мәктәпкә генә, - тип яуаплай олатаһы.
Бабай ейәнен өләсәһе ҡарамағына ҡалдыра ла мәктәптәр буйлап сығып китә. Ҡайһыларында бабайға иғтибар ҙа итмәйҙәр, һаулыҡ та һорашмайҙар. Ҡайһыларында мыҫҡыл итәләр. Йөрөй торғас бабай арып китә. Хәлһеҙ генә һуңғы мәктәптен ишеген асып инә. Шунда уҡ уның янына сибек кенә бер ҡыҙ йүгереп килә:
- Олатай, ярҙам кәрәкме һеҙгә? Һыу килтерәйемме?
Ул арала тағы бер нисә бала йүгереп килеп етә:
- Олатай, анауында эскәмйә бар. Әйҙәгеҙ, ултырып тороғоҙ. Беҙ уҡытыусыны саҡырабыҙ, - тип бабайҙы ҡултыҡлап эскәмйәгә алып барып ултырталар.
Тиҙҙән йәш кенә уҡытыусы килеп сыға кабинеттан.
- Мин ейәнемде һеҙгә уҡырға алып киләм, - ти бабай.
- Беҙҙең мәктәп иҫке, бәләкәй генә шул. Ҡалала бай һәм ҙур мәктәптәр күп ул, олатай, - ти икән ти уҡытыусы.
- Мин иң яҡшы мәктәпте таптым инде, - тип яуаплай ҡарт.
Читайте нас: