КИТАП
Тап әкиәт — миңә китап,
Һәр бите — серле ишек.
Асам шул ишектәрҙе,
Биттәрҙән биткә күсеп.
Бөтәһен күрәм унда,
Тоям урман шаулауын,
Йәшел ҡырҙар өҫтөнә
Ҡойоп ямғыр яуғанын.
Батыр кешеләр унда
Елкетә йөрәгемде...
Кескәй генә китаптан
Табам бар кәрәгемде.
Муса Ғәли
Китап – белем шишмәһе.
Китапһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман.
Китапһыҙ өй – тәҙрәһеҙ бүлмә.
Уҡыған ил уңыр,уҡымаған ил туҙыр.
Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ.
Китаптың белмәгәне юҡ.
Китап уҡыһаң – белемең артыр, уҡымаһаң - белгәнең дә онотолор.
Яҡшы китап уҡыһаң, тағы бер дуҫың артыр.