✅ Нимә яман, нимә яҡшы икәнен ҡыҙ балаға әсәй кеше аңлатмаһа, кем аңлатһын? Йәмғиәттә үҙ-үҙен нисек тоторға, кешеләр менән нисек итеп дөрөҫ мөнәсәбәт булдырырға, ниндәй әҙәмдәрҙән йыраҡ йөрөргә, ҡайһы ваҡыттарҙа "юҡ" тип яуап бирергә - быларҙың барыһын да, тәү сиратта, әсәй һеңдерергә тейеш ҡыҙ баланың аңына.
✅ Таҙалыҡҡа һәм тәртипкә ҡыҙ баланы, әлбиттә, әсәй өйрәтә. Түргә менеп ултырып, балаға күрһәтмәләр биреү ыңғай һөҙөмтәләргә килтермәй. Баланы, уҡыу-дәрес эштәренән бушаған мәлендә, үҙең күрһәтеп, аңлатып, бергә башҡарып ҡына өйрәтеп була эшкә.
✅ Үҙ ғаиләһендә ихтирам тигән төшөнсәне белмәй үҫкән бала үҙ аллы тормош көтә башлағас иренә, ҡайны-ҡәйнәһенә, иренең туғандарына яғымлы, ихтирамлы ҡараш күрһәтмәйәсәк. Шуға күрә, тыумыштан баланы олоно оло, кесене кесе итергә өйрәтеү шарт.
✅ Телефон тотоп ятып, балаңа көнөнә ҡырылмаһа-ҡырҡ тәрбиәүи статус ебәреү тик кире һөҙөмтәләргә генә килтереүе ихтимал. Ҡыҙығыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшегеҙ, йышыраҡ арҡаһынан һөйөгөҙ, ҡосаҡлағыҙ. Ул бит һеҙҙең балағыҙ. Үҙегеҙҙең виртуаль тормошта йәшәүегеҙ еткән. Балағыҙға ысын тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итегеҙ.
✅ Балағыҙға асыуланыр алдынан иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, бәпесегеҙ тыуғанда нисек ҡыуанған инегеҙ. Ниндәй һөйкөмлө бала ине кескәй сағында! Хәҙер балағыҙҙың ниндәй булыуы - һеҙҙең хеҙмәт емеше.
✅ Ҡыҙ кешегә иғтибар кәрәк. Эшегеҙ күплеккә һылтанмағыҙ. Балағыҙҙың һорауҙарына тыныс итеп яуап бирегеҙ, ярҙам һораһа, үтенесен кире ҡаҡмағыҙ.
✅ Бөхтә итеп кейенеү, самаһын белеп буяныу, ашарға бешереү, өйҙө таҙалыҡта тотоу, аҡсаның ҡәҙерен белеү, тәбиғәткә - һаҡсыл, кешеләргә яғымлы ҡараш, ҡатындарға хас нәзәкәтлелек, наҙлылыҡ тәрбиәләү - былар барыһы ла тик әсәй кеше иңдәренә ятҡан бурыс.
"ЯҠШЫ ҠАТЫН - ӨЙ ҠОТО, ИР ЯҠШЫҺЫ - ИЛ ҠОТО" төркөмөнән алынды.