-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
25 Март 2021, 10:27

ҺАҠЛАНҒАНДЫ - ҺАҠЛАРМЫН

ҺӘР БАЛА БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ МӨҺИМ НӘМӘЛӘР

Үҙенең, атаһы менән әсәһенең исемен, адресын, телефон номерын.

Был мәғлүмәт бала юғала ҡалған осраҡта мөһим.

Таныш түгел кеше менән һөйләшмәҫкә.

Был турала бала менән әленән әле һөйләшеп, уның нимәләргә килтереүе тураһында иҫенә төшөрөп тороу ҡамасауламай.

Социаль селтәрҙәрҙә һаҡ булырға.

Социаль селтәрҙәрҙә һаҡ булырға өйрәтегеҙ. Үҙе белмәгән кешеләрҙе дуҫтарға өҫтәмәһен, ундай кешеләргә яуап бирмәһен, адресын, мәктәбен күрһәтмәһен, паролен бер кемгә лә әйтмәһен.

Ҡайҙалығын әйтеп йөрөргә.

6-7 йәшлек булып, эргәләге магазинға барып килергә теләйме, 14 йәшлек үҫмер иптәштәре янына сығамы, ҡайҙа һәм күпме ваҡытҡа өйҙә булмауын иҫкәртергә тейеш.

Яңғыҙ йөрөмәҫкә.

Аңлатып әйтеп ҡуйығыҙ: иң яҡшыһы, дуҫтарың йә белгән кешеләрең менән бергә йөрөү. Әгәр ундай мөмкинек юҡ икән, балағыҙҙы үҙегеҙ оҙатып ҡуйырға тырышығыҙ.

Сит кешеләрҙең ҡулынан бер нәмә лә алмаҫҡа.

Һеҙҙең менән кәңәшләшмәйенсә, һорамайынса, ни тиклем генә ылыҡтырғыс булмаһын, сит кешенән әйбер алмаҫҡа өйрәтегеҙ. Хатта ҡағылмаһын да!

Мөһим телефон номерҙарын белергә.

Баланы янғын һүндереү участогына, полицияға, ышаныс телефонына шылтыратырға өйрәтеп ҡуйығыҙ. Донъяла төрлө хәүеф килеп тыуыуы бар.

Һаҡланғанды – һаҡлармын, тиҙәр...
Читайте нас: