+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
20 Март 2021, 10:41

"БАЛАМ" ТИЕП БАҒАЛАР, ҠЫРҠТЫ ҠЫРЛАҺА ЛА БАЛАЛАР...

“Бар тормошомдо балама бағышланым!” - тип әйтергә ярата ундайҙар. Һәм, ҡысҡырып әйтмәһә лә, үҫкән балаһынан да шуны көтә...

...Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “балаҡай” күҙлегенән үҙаллылыҡ йыш ҡына үҙ аҡсаңа, үҙеңде тәьмин итеп йәшәү түгел, ә үҙ ҡағиәҙәләрең буйынса атай-әсәй йортонда йәшәү менән сикләнә. Айтай-әсәйҙәр ҙә, төрлө бәләләргә юлыға күрмәһен тип, булдыра алған ҡәҙәр ҡурсалаларға тырыша. Бәлки, ул бала әсәһенең итәгенән ысҡынырға тырышып та ҡарағандыр, әммә талпынышы уңышлы булмағандыр. Йә эшкә урынлашып, хеҙмәт хаҡын түләмәгәндәрҙер, йә ғаилә ҡороп, уңышһыҙлыҡҡа осрағандыр. Булыуы ихтимал, донъя бит. Билдәле, ундай осраҡта атай-әсәй балаһын айырыуса йәлләй, йыуата, уңышһыҙлығын онотторорға тырыша. Шуға күрә, үҙаллылыҡҡа ваҡыт етеүен аңлаһа ла, ҡысҡырып әйтергә баҙнат итмәй.

Әгәр бала атай-әсәй өсөн берҙән-бер проект икән, унан баш тартыу бөтөнләй ауыр була. Сөнки сабый тыуғандан бирле ата-әсәһенең (бигерәк тә әсәй кешенең) бар тормошо уның мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуға ҡорола. Өҫ-башын ҡарау, ашатыу, балалар баҡсаһына, түңәрәктәргә йөрөтөү, репетиторҙар яллап белем биреү... “Бар тормошомдо балама бағышланым!” - тип әйтергә ярата ундайҙар. Һәм, ҡысҡырып әйтмәһә лә, үҫкән балаһынан да шуны көтә. Әммә теге теорема кире яҡҡа ла шундай уҡ һөҙөмтә менән эшләмәҫкә лә мөмкин. Үҙ донъяһы, үҙ ғаиләһе барлығына, эшен ҡалдыра алмауына һылтанып, өлкән йәштәге яңғыҙ ата-әсәһен тәрбиәләргә сит кеше яллаған балалар аҙмы ни? Имеш, ейәндәр шау-шыуынан азат булып, тыныс ҡына көн итһендәр... Имеш, тыуған нигеҙенән айырып, ҡала фатирында интектергеһе килмәй... 80 йәшкә аяҡ баҫҡанда ғына атай-әсәйҙең хөрмәте арта төшә. Балалары уларҙы ҡулдарында күтәреп йөрөтөргә әҙер була башлай. Көн-төн иҫәнлеген, оҙағыраҡ йәшәүен, оҙағыраҡ пенсияһы менән һөйөндөрөүен теләй. Ана шулай тәүҙә үҙ теләге менән, унан инде, теләйме-юҡмы, әммә үлгәнсе балаһын ҡайғыртырға тейеш була. Утыҙҙа ла, ҡырҡта, алтмышта ла...

Атай-әсәй ҡосағынан сыҡмай ғына йәшәгән бала үҙ аллы донъя көтөргә әҙер булмағанын да оноторға ярамай. Тормош өйрәтә ул, тиҙәр. Әлбиттә, өйрәтә. Әммә уның атай-әәйгә ҡарағанда күпкә ҡырыҫыраҡ уҡытыусы булып сығыуы ихтимал...

Эльмира ИБРАҺИМОВА.

Читайте нас: