Баланы гел тәнҡитләп торһалар – ғәйепләргә өйрәнер;
баланан көлһәләр – ышанмаҫҡа өйрәнер;
баланы дошманлыҡ тойғоһо уратып алһа – кешеләрҙә дошман күрергә өйрәнер;
балаға йыш асыуланһалар – башҡаларҙың күңелен китергә өйрәнер;
баланы алдаһалар – алдашырға өйрәнер;
Шул уҡ ваҡытта:
Үҙе ярҙам тойған бала – изгелек ҡылырға өйрәнер;
өмөт менән йәшәгән бала – түҙемле булырға өйрәнер;
ҡылған ғәмәлдәре дөрөҫ баһаланған бала – тирә-яҡтағы кешеләргә ышанып ҡарарға өйрәнер;
мөхәббәт уратып алған бала – яратырға өйрәнер;
һүҙ азатлығы бирелгән бала – ҡарарҙарына, ҡылыҡтарына яуаплы булырға өйрәнер.