Өлкән улдары мәктәптә уҡый инде. "Дарман" халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Башҡорт бейеүҙәрен ысын башҡорт егетеләй эске бер рух менән башҡара ул. Уҡ атыу түңәрәгенә лә ихлас йөрөй. Ул балалар баҡсаһына йөрөгәндә башҡорт төркөмдәре асылмаған була әле, шуға ла рус төркөмөнә бирәләр. Әммә бәләкәй ике игеҙәкте уйлап та тормай башҡорт төркөмөнә бирҙеләр. "Башҡорттарҙың сабырлығы, тыныслығы, ихласлығы оҡшай беҙгә. Улдарыбыҙ башҡорт төркөмөндә үҙҙәрен өйҙәгеләй хис итә. Инде башҡортса ла, һөйләшмәһәләр ҙә, буйтым аңлайҙар, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты әсәләре Эйми Саваж. - Байрамдарға арнап үткәрелгән иртәлектәр һоҡландыра. Бәләкәс кенә балалар ҙа шулай ҙур һәләткә эйә була ала икән! Күпме шиғырҙар ятлайҙар, йырҙар өйрәнәләр, уйындар беләләр..." Америкала иһә иртәлектәр беҙҙәге кеүек үк ихлас үтмәй икән.
Йәнә бындағы балаларҙың көндәр буйы тышта, саф һауала уйнауҙары оҡшай өлкән Саваждарға. Һәр хәлдә компьютерға, телевизорға текәлеп ултырмайҙар, бала саҡтары бала саҡтағылай үтә, ти Эйми. Шуғалыр ҙа малайҙар Америкала өләсәһе менән олатаһында ҡунаҡта саҡта иртәнән кискәсә тышта төрлө уйындар уйнауҙы, туп һуғыуҙы, ҡышын ҡарҙа аунауҙы, башҡорт дуҫтарын һағынып ҡайта.